Йәмғиәт
1 Декабрь 2024, 10:25

Хәтер тереләр өсөн...

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү килтергән яҙҙар алыҫлаша барһа ла, күп юғалтыуҙар аша яуланған еңеүҙең баһаһы һис кәмемәй, киреһенсә арта барғандай. Тыныслыҡтың ер йөҙөндә иң ҡәҙерле нәмә булыуын нығыраҡ аңлайбыҙ, тоябыҙ. Бына 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү килтергән яҙҙар алыҫлаша барһа ла, күп юғалтыуҙар аша яуланған еңеүҙең баһаһы һис кәмемәй, киреһенсә арта барғандай. Тыныслыҡтың ер йөҙөндә иң ҡәҙерле нәмә булыуын нығыраҡ аңлайбыҙ, тоябыҙ. Бына 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Аяуһыҙ осорҙоң шаһиты булған, ыҙа-ғазаптарҙы үҙ иңендә кисергәндәр бик һирәк ҡалды.

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ. Беҙ килер быуындарға Бөйөк Еңеүҙе яулаған ҡаһарман яугирҙәр тураһында һөйләргә тейеш, уларға белгәнебеҙҙе еткерергә кәрәк. Мөсәмә Мирсаева «Һалдаттарға бағышлана» тигән документаль йыйынтыҡ әҙерләгәндә тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотҡан. Был китапта  Ташбулат ауыл Советынан — Күсем, Нияҙғол, Бикҡол, Күсем Руднигы, Ташбулат, Айыуһаҙы, Яҡтыгүл, Теләш ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар тураһында яҙылған. 
Мөсәмә Зиял ҡыҙы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәтендә хәрби-иҫәп өҫтәле начальнигы булып эшләй. Миәкә районынан килен булып төшкән М. Мирсаева вазифаһына ла ярашлы, йөрәк ҡушыуы буйынса ла ветерандарҙың хәл-әхүәлен белешеп тора, төрлө йомоштарын да үтәй, ярҙамға ла килә. 
— Мин 1981 йылда эш башланым, был мәлдә Ташбулат ауыл Советында 68 һуғыш ветераны йәшәй ине. 9 Май байрамы алдынан уларҙың барыһын да йыйып, һөйләшә торғайныҡ, — тип һөй- ләй Мөсәмә Зиял ҡыҙы. — Һәм тап ошо осорҙа Со-веттар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың музейына экспонаттар йыйыу башланды. Үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышы яугире, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ғүмәр Ғилманов музей булдырыу өсөн күп көс һалды. Данлыҡлы генерал тураһында ғына түгел, 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәре, һуғышта ҡатнашҡан яҡташтар тураһында күп мәғлүмәт тупланыҡ. 
Музейҙы асыуға әҙерлек барышында хәрби-иҫәп өҫтәле белгесе М. Мирсаеваның ярҙамы ҙур була. Үҙе лә фронтовик ҡыҙы булғанғамы, был эшкә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Атаһы, Зиял Фәрхетдинов 1941 йылдан 1945 йылғаса  19-сы Ҡыҙыл Байраҡлы  уҡсылар дивизияһы сафында күп фронттарҙа алыша. Улар  яуҙашы Ғәзи Заһитов һәм башҡа иптәштәре менән  беренселәрҙән булып рейхстаг бинаһына Еңеү байрағын ҡаҙайҙар. Батырлығы өсөн бихисап наградаларға лайыҡ атаһы менән ғүмер буйы ғорурланып йәшәй ҡыҙы. Минеңсә, тап ошо тойғо һуғыш ветерандарына айырыуса оло ихтирам менән ҡарарға, уларҙы ҡәҙер итергә этәргес биргәндер.
Был китапҡа мәғлүмәт йыйыуға Мөсәмә Зиял ҡыҙы байтаҡ ғүмерен арнай. 42 йыл хәрби өҫтәл  начальнигы булып эшләй, шуның егерме йылы яугирҙәрҙең документтарын туплауға, хәрби һәм тормош юлдарын аныҡлауға, фотоһүрәттәр табыуға йүнәлтелгән. Ветерандарҙы мөмкин тиклем күберәк асыҡлау өсөн архивтарҙа ғына эҙләнмәй, хатта Ташбулат биләмәһендәге ауылдар зыяраттарын да ҡарап сығырға тура килә. 
— Был эштә мин ул ваҡыттағы Ташбулат ветерандары советы рәйесе, мәрхүм Сабур Хөшшәмовҡа айырыуса рәхмәтлемен. Мәғлүмәт йыйышыуҙа ныҡ ярҙам итте, — тип дауам итте.
Сабур Барый улы менән бергәләп атта ауылдар буйлап йөрөйҙәр. Һуғыш ветеранының шул тиклем яуаплы, теүәл, хәстәрлекле булыуын иҫләп һоҡлана. Олоһына ла, кеселәргә лә ихтирамлы, үҙе лә бик абруйлы уҙаман була ул.
— Ветерандар тураһында йыйынтыҡ сығарыу идеяһын тәҡдим иткән һәм фотоһүрәттәрҙе баҫмаға әҙерләгән фотограф Иштимер Йосоповҡа, китапты мөхәррирләүҙә ярҙам иткәне өсөн матбуғат ветераны Фәйрүзә Шәмсетдинова-Мусинаға рәхмәтем ҙур. Иптәшем Зәбир Мирсаевтың башланғысымды хуплап, аңлап тороуы иңемә ҡанаттар ҡуйҙы. Архив аша яугирҙәр хаҡында мәғлүмәт эҙләүҙә район йәмәғәт палатаһы рәйесе Бикбай Насырйәнов, Белорет районының Абҙаҡ ауылының ветерандар советы Рәфҡәт Нәжметдинов ярҙамлашты. Шулай уҡ ветерандарҙың балалары, ейәндәре шәхси фотолары һәм мәғлүмәт бирҙе. Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһиров, депутаттар Йәлил Зәйтүнов менән Николай Копытов ярҙамы менән китап донъя күрҙе.
Йыйынтыҡҡа Ташбулат биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике йөҙгә яҡын ҡаһармандың исеме ингән.  Китаптың исем туйында БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Динис Таһиров, үҙе лә Әбйәлил районы буйынса Афған һуғышында ҡатнашыусы яугир-интернационалистар тураһында китап сығарған Исмәғил Билалов Мөсәмә Зиял ҡыҙына  бай мәғлүмәтле йыйынтыҡ өсөн рәхмәт  белдерҙе. 100 данала ғына баҫылған китапты һуғыш ветерандары балалары, ейәндәре тиҙ арала алып бөтә. Уларҙың күҙ йәштәре аша «Рәхмәт, атайымды терелттегеҙ» йәки «Олатайымдың ҡайҙа һуғышҡанын да белмәй инем. Шул тиклем ҡыуандым китапты уҡып», — тигән йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре авторҙың оҙайлы, тынғыһыҙ хеҙмәтенә иң ҙур баһа булғандыр, моғайын. 
Сараға төрлө ауылдарҙан, Белорет, Магнитогорск, Учалы, Сибай, Өфө ҡалаларынан балалары, туғандары килеүе мәртәбәле. Кисәне музыкаль яҡтан Өфө фән һәм технологиялар университетының «Йәйғор» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, Ташбулат ауылынан һуғыш ветераны Нурмөхәмәт Вәлмөхәмәтовтың ейәне Илнар Байбулов һәм ошо уҡыу йорто студенты Әлиә Йәнбирҙина моңло йырҙары менән биҙәгән.
Йыл башында бөтә ғүмерен урындағы үҙидара хеҙмәтенә арнаған М. Мирсаеваны хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатҡандар. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу яҡшы күрһәткестәр менән генә эшләгән, районда ғына түгел республикала ла алдынғы урында булған хеҙмәткәрҙең Башҡортостан хәрби комиссариаты, район хакимиәте, биләмә башлығынан маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Үҙ эшен белгән, яратҡан Мөсәмә Зиял ҡыҙын коллективы бүләктәр, йылы рәхмәт һүҙҙәре менән оҙатҡан.
— Был китап — минең ғүмерлек эшемә йомғаҡ, хаҡлы ялға тыныс күңел менән киттем. Ниәтемде белгәс, барыһы ла ярҙам ҡулы һуҙыуы ҡыуаныслы булды. Шуға яҡты хыялымды тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәтлемен, — ти Мөсәмә Зиял ҡыҙы. — Хеҙмәтемдең дауамы булған баннер Ташбулат мәҙәниәт йортон биҙәй, унда 171 һуғыш ветеранының рәсеме урын алған. 
Бөйөк Ватан һуғышы тарих биттәрендә ҡалып, алыҫлаша барған һайын киләсәк быуындарға уның ҡот осҡос юғалтыуҙар килтергәнен, еңеүҙең юғары хаҡ менән яуланғанын күҙ алдына килтереүе ауырлаша. Мөсәмә Мирсаеваның китабы тыныслыҡ өсөн көрәшкән райондаштарыбыҙға хөрмәт билдәһе. 
Илһөйәрлек тәрбиәһе тип һөйләргә яратабыҙ, тап бына ошондай хеҙмәт өлгөһө илһөйәрлектең иң ҙур сағылышы. Сөнки китап биттәренән Бөйөк Еңеү яулаған яугирҙәр һәр саҡ тере, мәңге үлмәҫ булып баға...
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас