Йәмғиәт
1 Декабря 2024, 11:18

Илең өсөн яҡты нур булып ҡалырһың...

Рәхмәт ауылында махсус хәрби операция барышында һәләк булған контракт хеҙмәте рядовойы Илнур Әхмәҙиевты һуңғы юлға оҙаттылар. Ил именлеге хаҡына ғүмерен ҡорбан иткән яугир менән хушлашырға район етәкселеге, ауылдаштары, дуҫтары һәм туғандары килде.

Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков сараны асып, яугирҙең тормош юлы менән таныштырҙы.
 — Илнур Әхмәҙиев 1991 йылда Баймаҡ районында тыуған. 1-11-се кластарҙа Рәхмәт урта мәктәбендә уҡыған. Башланғыс кластарҙан уҡ ул үҙен тырыш, тәртипле уҡыусы итеп күрһәткән, уҡытыусыларына һәм иптәштәренә ихтирамлы булған. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан. Спортты яратҡан, еңел атлетика менән шөғөлләнгән. 2014 йылда РФ Ҡораллы Көстәр сафына хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Хәрби бурысын лайыҡлы үтәп, тыуған яғына ҡайтып хеҙмәт юлын башлаған. Илнур Сәйфулла улы быйыл махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә һәм февраль айында хәрби контрактҡа ҡул ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыйыу яҡташыбыҙ Донбасс биләмәһендә батырҙарса һәләк булды, — тине Максим Валентинович.  
Матәм митингыһында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Яңыраҡ ҡына Рәхмәт ауылында бер батырыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡан инек. Тағы бер ҡаһарман яҡташыбыҙ ил именлеге өсөн һәләк булды, — тине Илдар Таһир улы. — Йәш егеттәрҙең ғүмере өҙөлөүе бик ҡыҙғаныс, улар әле йәшәргә, эшләргә һәм балалар үҫтерергә лә өлгөрмәне. Беҙ барыбыҙ ҙа яугир райондаштарыбыҙ хаҡында онотмаҫҡа, уларҙың исемдәрен мәңгеләштерергә тейеш. Батырҙарыбыҙҙы йәш быуын белеп үҫһен. Илнур Сәйфулла улы беҙҙең өсөн герой, беҙҙең ғорурлыҡ. Йәне йәннәттә булһын! 
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов сығыш яһаны.
— Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм депутаттар корпусы исеменән батыр яҡташыбыҙҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерәм. Ысын илһөйәр, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, һуңғы минутынаса Тыуған илебеҙ именлеге өсөн көрәшкән батыр егет менән хушлашабыҙ. Әлбиттә, йәш кенә көйө ғүмере өҙөлгән яугирҙәребеҙ йәл. Уларҙың беҙҙең имен тормош өсөн һәләк булыуын онотмайыҡ, — тине Йәлил Насип улы. — Ул тыуған илебеҙҙе нацизмдан яҡлап, Ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге хаҡына үҙен ҡорбан итте.  Бәхил бул, Илнур!
Рәхмәт урта мәктәбе директоры Зөһрә Әхмәҙиева Илнурҙың уҡыған осорон иҫкә алды.
 — Мәктәптә үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Тәрбиәле, инсафлы, ололарға ихтирамлы бала булды ул, — тине Зөһрә Әбүзәр ҡыҙы. — Илнур беҙҙең имен тормош өсөн башын һалды. Туғандарына сабырлыҡ теләйбеҙ, бындай юғалтыуҙар башҡа ҡабатланмаһын, донъялар тиҙе-рәк тынысланһын ине.
Илнурҙың апаһы Әхмәҙулла Әхмәҙиев ҡустыларын һуңғы юлға хөрмәтләп оҙатҡан район һәм биләмә етәкселегенә, Рәхмәт урта мәктәбе коллективына һәм ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 
Дуҫтары исеменән класташы Азат Мөхәмәтов хушлашыу һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Һәр кем Илнур Сәйфулла улын тик яҡшы яҡтан хәтергә алды, уның ярҙамсыл, ихлас булыуын һөйләне. Ата-әсәһе ул бәләкәй саҡта вафат булған, шулай ҙа бирешмәй, ил өсөн терәк булырлыҡ ысын ир-егет булып үҫкән. Үҙ ғаиләһен ҡорорға ла өлгөрмәгән йәш егеттең ғүмере иртә өҙөлөүе бик йәл. Урының ожмахта булһын, батыр!
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас