Район өсөн үтә лә ауыр, ҡайғылы көн килде. Йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән дүрт ҡаһарман ир-егет менән хушлаштыҡ. Салауат ауылында махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Илһам Самат улы Мәүлетдиновты һуңғы юлға оҙаттылар.
Матәм митингыһында БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев ҡатнашты.
Илһам Мәүлетдиновҡа бер нисә көндән 36 йәш тулыр ине. Ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә өлгөрмәгән егеттең йәшәр генә сағында ғүмере өҙөлгән. Ул 1988 йылдың 30 майында Баймаҡ районының Төркмән ауылында тыуған. Салауат мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. 93-сө һөнәрселек училищеһына электргаз менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. 2007 йылда Илһам Самат улы әрме сафына саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһында эшләй. Быйыл февралдә ул махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Украина ерендә барған ҡаты алыштарҙа үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, тоғро, хәстәрлекле иптәш була. Ҡыҙғанысҡа, И. Мәүлетдинов һуғышта хәрби антына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк була. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән Илһам Самат улы йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып торасаҡ.
Мулла Азат Аҫылғужин һәләк булған яугир иҫтәлегенә аят бағышланы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Ил өсөн ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ — махсус хәрби операция бара. Алғы һыҙыҡта беҙҙең тыныс тормош, имен киләсәк хаҡына ҡан ҡойған һалдаттарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Илһам Мәүлетдинов та улар менән бергә һуғышҡа китте. Хәрби антҡа, тыуған иленә тоғро ҡалған геройҙарыбыҙ тураһында онотмаясаҡбыҙ, беҙ уларға ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн рәхмәтле буласаҡбыҙ. Илһамдың апайы Әҙилә Заный ҡыҙының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине Вадим Фәнил улы.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов яугир менән хушлашыу сараһында сығыш яһаны.
— Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары исеменән мәрхүм егеттең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Һеҙҙең иңегеҙгә төшкән ҡайғыны еңеләйтерлек һүҙҙәр юҡ, сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйем. Илһам Самат улының ҡыйыулығы һәм батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Бәхил бул, яугир...
— Ҡустыбыҙҙың ғүмере бик иртә өҙөлдө, был беҙҙең өсөн ҡайтарып булмаҫлыҡ юғалтыу. Район етәкселегенә, Таштимер биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаевҡа, хәрби комиссариат вәкилдәренә, ауылдаштарыма һәм туғандарыма Илһамды һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, — тине туғандары исеменән инәһе Дилә Баҡыева.
Уҡыусыһы тураһында йылы хәтирәләре менән класс етәксеһе Фәтхиә Әхмәтйәнова уртаҡлашты.
— Мин бишенсенән алып уның класс етәксеһе булдым. Илһамды тырыш уҡыусы, ихлас, изге күңелле, ярҙамсыл егет итеп хәтерләйем, — тине Фәтхиә Арслан ҡыҙы. — Ғаиләлә берҙән-бер ул булып, ҡәҙерле генә үҫте. Ата-әсәһе яҡшы тәрбиә бирҙе, мауығыуҙарын хуплап торҙо. Һүрәт төшөрөүгә оҫта булды, мәктәптә стена гәзиттәрен биҙәүҙе уға ышанып тапшыра инек. Илһам спорт менән мауыҡты, йүгерҙе, бигерәк тә саңғыла шыуырға яратты. Баһадир кәүҙәле, тәртипле егеттең 36 йәшендә генә ил, тыныслыҡ өсөн баш һалыуы йәл.
Ауылдаштары исеменән Клара Абдуллина хушлашыу һүҙҙәрен әйтте, хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын һәм ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләне. Илһам беҙҙең яҡты киләсәк, тыныс тормош өсөн батырҙарса һәләк булды. Беҙ һине онотмаҫбыҙ. Урының ожмахтың түрендә булһын, Илһам...
Динара САФИУЛЛИНА.