Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков матәм митингыһын асып, яугирҙең тормош юлы тураһында һөйләп үтте.
Шамил Әбделғазин 1982 йылда Красная Башкирияла тыуған, ошо ауыл мәктәбендә белем ала. 2000 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби разведка бүлексәһе командиры була. 2002 йылда Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияларҙа ҡатнаша һәм үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Армия хеҙмәтенән һуң Шамил Шайморат улы Магнитогорск ҡалаһының МЧС хеҙмәтендә ҡотҡарыусы була, психолог һөнәрен үҙләштерә. Һуңғы йылдарҙа «Цемикс» заводында эшләй. Ҡыйыу, илһөйәр егет Украинала махсус операция башланғас, ситтә ҡала алмай. Чечняла хәрби хеҙмәт үткән тәжрибәле һалдат булараҡ үҙ теләге менән 2022 йылдың июлендә махсус хәрби операцияға юллана. Ул А. Доставалов исемендәге башҡорт батальоны сафында өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә. Тәүәккәл башҡорт яугире иптәштәренә һәр яҡтан үрнәк, терәк була. Һуңғы һулышынаса хәрби антына тоғро ҡалған батыр яҡташыбыҙҙың ғүмере ҡаһармандарса өҙөлә.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Беҙ оло юғалтыу кисерҙек. Шамил Шайморат улы иң яҡшы, аҡыллы егеттәребеҙҙең береһе ине. Тик ҡыйыу яҡташыбыҙ беҙҙең имен, тыныс тормош өсөн үҙ ғүмерен биреүе үкенесле. Әсәһе һәм туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ һеҙгә бар яҡтан терәк булырға тырышырбыҙ, ҡайғылы мәлегеҙҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Яугирҙең батырлығын онотмаясаҡбыҙ, уның исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ,— тине Илдар Таһир улы. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш һаман дауам итә. Беҙ ут эсендәге яҡташтарыбыҙҙың именлеге өсөн ныҡ борсолабыҙ, уларҙың тиҙерәк еңеү менән имен-аман ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зәбир Кәримов үҙенең сығышында Шамил Әбделғәзиндың ярҙамсыл, ихлас, кешелекле булыуын һөйләне, яугирҙең яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.
Туғандары исеменән Рафиҡ Шәйәхмәтов менән Флүзә Ибраһимова һүҙ тотто. Улар күҙ йәштәре аша ҡустыларын юғалтыу ҡайғыһы сикһеҙ һәм күтәргеһеҙ икәнлеген әйтте.
— Хәрби хеҙмәткә алынғанда: «Бошонмағыҙ, тиҙҙән әйләнеп ҡайтырмын» тип беҙҙе тынысландырҙы. Ул саҡта Чечняға эләгерен белмәй ине. Утлы мәхшәрҙән имен-аман ҡайтһа ла, ҡабат яуға инде шул, — тине Флүзә Рухулла ҡыҙы. — Бөтә ауылдаштары Шамилды тик яҡшы яҡтан телгә ала, шул тиклем аҡыллы, иғтибарлы булды, һәр саҡ йүгереп йөрөп ярҙамлашты.
Шамилдың класс етәксеһе Зоя Дәминдарова мәктәптә һәйбәт өлгәшеүен, лидер, спорт менән дуҫ, яҡшы ойоштороусы булыуын һөйләне.
— Иң тырыш, шәп уҡыусыларымдың береһе, класта староста, уң ҡулым булды. Иптәштәре уны ихтирам итте, барыһы өсөн өлгө ине. Өлкән кластарҙа Шамилды мәктәптең президенты итеп һайланылар. 2000 йылда уҡып бөтөп, таралышһалар ҙа уның менән бәйләнеш өҙөлмәне. Армиянан да матур хаттар яҙып торҙо. Махсус хәрби операцияла ваҡыт табып, шылты-ратып хәл белешә ине. Һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә үҙен һаҡлап, имен йөрөүен теләнем. Тик ул үҙен аяманы, — тине уҡытыусыһы.
— Һин һәр ваҡыт беренсе инең, үҙең хыял иткәнсә десантник булдың. Беҙ һине онотмаясаҡбыҙ, — тине класташтары, дуҫтары исеменән Фәнил Төркмәнов.
Батыр райондашыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Динара САФИУЛЛИНА.