Йәмғиәт
1 Декабрь 2024, 05:15

Онотмаясаҡ һеҙҙе тыуған ил...

Районда бер көндә өс матәм сараһы уҙҙы. Юлдаш, Мәхмүт, Булат ауылдарынан үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияға юлланған һәм яу яланында батырҙарса һәләк булған ир-уҙамандарҙы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар.

Районда бер көндә өс матәм сараһы уҙҙы. Юлдаш, Мәхмүт, Булат ауылдарынан үҙ теләктәре менән махсус хәрби операцияға юлланған һәм яу яланында батырҙарса һәләк булған ир-уҙамандарҙы район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов һәм уның урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма-предприятиелар етәкселәре, «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары, мәрхүмдәрҙең яҡындары, ауылдаштары хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты.

Мәрхүм һалдаттар менән хушлашыу сараһында Илдар Нафиҡов һәм Йәлил Зәйтүнов  батырҙарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 
— Яҡташтарыбыҙ бик күп башҡорт егеттәре кеүек үҙ теләге менән ил һағына баҫты.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡораллы низағтар һәм һуғыш хәрәкәттәре юғалтыуҙарһыҙ булмай. Ватан өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән халҡыбыҙ улдарын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ысынлап та, бөгөн күп кенә батырҙарыбыҙ беҙҙең ата-олатайҙар кеүек илебеҙҙең тотороҡлолоғон һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлай. Уларҙың яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңгегә һаҡланасаҡ. Киләсәк быуын өсөн улар — өлгө һәм ҡаһарманлыҡ. Уларҙың исемен мәңгеләштереү өсөн саралар күреләсәк. Илһөйәр, рухлы улдар үҫтергән әсәйҙәр һәм атайҙар алдында беҙ мәңгегә бурыслы, — тине үҙенең телмәрендә Илдар Таһир улы. — Ил киләсәге өсөн фиҙаҡәрлек күрһәткән һәм азатлыҡ өсөн баштарын һалған  батырҙарҙың йәндәре ожмах түрендә булыр, ти халҡыбыҙ. Ятҡан ерегеҙ тыныс, ата-бабайҙар төйәге һеҙгә йылы һәм яҡты булһын. Ил батырҙарына мәңгелек дан!
Тәүге матәм сараһы Айнур Мофаззаловҡа бағыш-ланды. Юлдаш ауылының башланғыс мәктәбе алды халыҡ менән шығырым тулы ине. Уның бөтә бала сағы, йәшлек йылдары ошо ауылда үтә. Өләсәһе, олатаһына бәләкәй сағынан ярҙам итә, уларҙы ҡараша.
 Гвардия рядовойы, радиотелефонсы булып хеҙмәт иткән Айнур Ишморат улы 1990 йылдың 3 майында Уральский ауылында донъяға килгән. 1-9-сы кластарҙа Сиҙәм урта мәктәбендә белем эстәй. Тиҫтерҙәре араһында эшһөйәрлеге, ихлас күңелле булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. 
Йәш кенә килеш ғаилә ҡора, Тал Ҡусҡары ауылы ҡыҙы Вәсилә Нәдир ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Ул яҡшы атай, өлгөлө ғаилә башлығы була.
Айнур Ишморат улы вахта ысулы менән төрлө урын-дарҙа эшләй. 2023 йылдың 6 октябрендә Рәсәй Феде-рацияһы оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хеҙмәттәштәре араһында тиҙ арала абруй яулай. Хәрби бәрелештәрҙә үҙен айбарлы башҡорт егете итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа күрә, 28 февралдә Украина ерлегендә барған ҡаты алышта һуңғы һулышынаса хәрби антына тоғро ҡалып, ил именлеге өсөн ғүмерен фиҙа ҡыла. 
Матәм сараһына ул хеҙмәт иткән хәрби частең 56-сы һауа-десант ғәскәрҙәре вәкиле Дмитрий Бутемов килгән ине. Ул геройҙың туғандарына сабырлыҡ теләне, һалдаттың хәрби бәрелештәрҙә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Батырлыҡ орденына (үлгәндән һуң) тәҡдим ителеүен әйтте.
—  Айнур бәләкәйҙән шуҡ, теремек, шаян булып үҫте. Һәр ваҡыт хәл белеште, моңайып йөрөгәнен күргәнем булманы. Күстәнәстәрен тотоп, өләсәһе Зиниә Ғәҙелша ҡыҙына килер ине. Илебеҙ өсөн шундай ауыр мәлдә үҙ теләге менән китеүен ҙур ҡаһарманлыҡ тип һанайым. Минең нәҫелемдә шундай уландар булыуы менән сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм, — тине туғандары исеменән сығыш яһаған Тәнзилә Ғәлләмова. — Улыбыҙҙы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатырға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Һеҙгә сабырлыҡ теләйем, ошондай ҡайғылар йорт-ихатағыҙҙы урап үтһен.
Ауылдаштары исеменән телмәр тотҡан Гөлзифа Ғафарова ла аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле егеттең теремек, эшкә тилбер, ярҙамсыл булыуын билдәләне. «Ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулынан килде. Радиотехниканы шәп белде, ағас эшенә лә оҫта ине. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү — күптәнге хыялы булды. Уның хыялы тормошҡа ашты», — тине ул. 
Айнур Ишморат улының һөйөклө кәләше Вәсилә Нәдир ҡыҙы 34 йәшендә генә 14 һәм 6 йәшлек Илнур, Тимур исемле улдары, 12 йәшлек Айлина исемле ҡыҙы менән тол ҡалды. Дәүләт флагы геройҙың кәләше Вәсилә Нәдир ҡыҙына тапшырылды.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ мәңгелек йорто итеп Юлдаш ауылы зыяратын төйәк итте. 

*     *     *
Икенсе матәм сараһы Мәхмүт ауылы егете, рядовой Айгиз Ришат улы Ғүмәровҡа арналды. Һалдат уҡып сыҡҡан Әбделмәмбәт урта мәктәбе алдында РФ һәм БР Дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, хушлашыу сараһы башланды. 
Айгиз Ришат улы 1992 йылдың 15 декабрендә Мәхмүт ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға ауаз һала. Бәләкәйҙән алсаҡ, көләкәс йөҙлө, кешеләргә ярҙамсыл булып үҫә. Бер туған апайына һәм һеңлеһенә ир туған булараҡ терәк-таяныс булып тора. Ата-әсәһе Ҡыйғы районына күсеп китеү сәбәпле, 1-6 кластарҙа шунда уҡый. Һуңынан Ғүмәровтар Мәхмүткә ҡайтып төпләнә. Айгиз Әбделмәмбәт урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. 
Украинала барған ҡан-ҡойошҡа ҡарап, ул да ситтә ҡала алмай. 2024 йылдың 16 ғинуарында РФ оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 
27 мартта район хәрби комиссариатына ул хеҙмәт иткән хәрби часть командиры С. Телешовтан Айгиз Ришат улының 21 февралдә дошман менән алышҡанда батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. 
Хәлил ауылы биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин һалдаттың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 
— Айгиз ҡусты менән күрше йәшәнек. Һәйбәт егет булды, эшһөйәр ине. Рәхимә апай, Ришат ағай, һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлайбыҙ. Иңдәрегеҙгә төшкән ауыр ҡайғыны күтәрерҙәй ныҡлыҡ һәм сабырлыҡ теләйем, — тине ауылдаштары исеменән сығыш яһаған Наил Килдейәров. – Айгиз изге Рамаҙан айында гүр эйәһе булды, шаһит китте, йәне ожмахтың түрендә буласаҡ. Ауыр тупраҡтарың еңел булһын, ҡустым!
Дәүләт флагы геройҙың әсәһе Рәхимә Әхмәт ҡыҙына тапшырылды. Уны мосолман тәғлимәттәренә ярашлы Мәхмүт ауылы зыяратына ерләнеләр.
Һалдаттың атаһы Ришат Ҡауый улының, әсәһе Рәхимә Әхмәт ҡыҙының, бер туған апайының һәм һеңлеһенең тәрән ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

*     *     *
Булат ауылында тыуып үҫкән һәм ғүмере буйы шунда йәшәгән Айҙар Ғәлмишәриф улының матәм сараһы ул уҡыған Сиҙәм урта мәктәбе алдында үтте. 
Айҙар Ғәлмишәриф улы 1971 йылдың 8 июнендә Булат ауылында тыуған. 10-сы класты Сиҙәм урта мәктәбендә тамамлай һәм Белорет ҡалаһындағы автомәктәптә водитель һөнәрен үҙләштерә. Мәрхүм бала саҡтан алсаҡлығы, баҫалҡылығы, ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора. Ерән сәсле, зәңгәр күҙле егет тыйнаҡ, ипле булыуы менән уҡытыусылары, дуҫтары араһында хөрмәт ҡаҙана.
1990 йылдың яҙында СССР Ҡораллы Көстәре сафына баҫа. Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәс, тыуған ауылына ҡайта һәм үҙе белем алған мәктәпкә водитель булып эшкә урынлаша. 
2024 йылдың 29 ғинуарында контракт төҙөй һәм ҡораллы низағтар барған Украина биләмәһенә юллана, оператор-тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. Хәрби антына тоғро ҡалып, сираттағы алышына баҫа һалдат. Ҡаты яралана һәм Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығының академик Н. Н. Бурденко исемендәге баш хәрби клиник госпиталенә оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа күрә, сержанттың 27 мартта баҡыйлыҡҡа күсеүе тураһында хәбәр ителә.
— Мин уларҙың ғаиләһенә килгәндә Айҙарға ни бары 5 кенә йәш ине. Мине күргәс тә  иң тәү килеп: «Мин һине әсәй тип әйтһәм буламы?» тип һораны. Шул мәлдән алып мин уны ныҡ яҡын күрҙем. Оялсан, тыйнаҡ булды. Уның киләсәге матур булһын өсөн барыһын да эшләргә тырыштыҡ, — тине туғандары исеменән сығыш яһаусы апайы (үгәй әсәһенең ҡыҙы) Сәлимә Түлебаева. 
Ауылдаштары исеменән Айҙар Ғәлмишәриф улының уҡытыусыһы Салауат Рәжәпов  телмәр тотто. Ул да уҡыусыһы менән бер коллективта эшләүе, ҡасан ярҙам һорап барһаң да кире ҡаҡмауы, уның ышаныслы кеше булыуын әйтеп үтте. «Ҡыҙҙарын ныҡ яратты, уларға ныҡлы таяу булды. Ҡыҙҙары өсөн барыһын да эшләргә тырышты», — тине ул.
Дәүләт флагы геройҙың өлкән ҡыҙы Миңзәлә Айҙар ҡыҙына тапшырылды. Айҙар Ғәлмишәриф улы Булат ауы-лы зыяратында ерләнде. 
Батырҙың һөйөклө ҡыҙҙары Миңзәлә менән Илсиәнең ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Украинала нацизм күкрәп сәскә атҡан мәлдә үҙ ғү-мерҙәрен ҡыҙғанмайынса, һуңғы минутынаса дөрөҫ-лөктө даулап, ғәҙеллекте яҡлап башын һалған ҡаһарман яҡташтарыбыҙға мәңгелек дан! 

Читайте нас