Йәмғиәт
1 Декабрь 2024, 03:40

Тиҙерәк тыныслыҡ килһен!

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалының район буйынса социаль координаторҙары махсус хәрби операцияла һәләк булған һәм әлеге ваҡытта ут эсендә йөрөгән ир-азаматтарҙың ата-әсәләрен, ҡатындарын Асҡар йәмлих мәсетенә ифтарға йыйҙы.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалының район буйынса социаль координаторҙары махсус хәрби операцияла  һәләк булған һәм әлеге ваҡытта ут эсендә йөрөгән ир-азаматтарҙың ата-әсәләрен, ҡатындарын Асҡар йәмлих мәсетенә ифтарға йыйҙы. Изге Рамаҙан айында ҡылынған изге ғәмәлдең ниәте изге — тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Ифтарға ауыл биләмәләренән 70-тән ашыу кеше килде. Транспорт мәсьәләһе киҫкен торғандарҙы киске ваҡытта район үҙәгенә алып барып ҡайтыуҙы ауыл биләмәләре башлыҡтары хәстәрләне. Был юҫыҡ-та Байым, Буранғол биләмәләре башлыҡтары Д. З. Фәтхуллин һәм Ф. Ш. Мәхмүтовты айырып билдәләп үтке килә, улар саҡырылыусыларын үҙҙәре шәхсән алып килде. 
Күмәк кешегә ифтар үткәреү еңел түгел. Сараны ойоштороусы социаль координаторҙар Д. Ҡ. Ғәлиуллина һәм Г. Ф. Вәлиева ярҙам һорап эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт иткән. Һәм Асҡарҙа «Йомарт», «Фасоль», «Замана» сауҙа нөктәләрен тотҡан, үҙҙәре лә дин юлында булған Эльмира һәм Зөлфәр Ғилмановтар аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе тулыһынса үҙ өҫтәренә алған. Шулай уҡ ифтар үткәреүҙә ярҙам итергә Зоя Тимербулатова һәм Дилбәр Ғәләүетдинова ла теләк белдергән. Аш яраштырыуҙы, табын әҙерләүҙе иһә Асҡар мәсетенә йөрөүсе мөсли-мәләр башҡарған.
Ауыҙ асҡандан һуң, дин тотоусылар намаҙ уҡыны. Ифтар мәжлесе аҙағында Дәүләт ауылы мәсете имам-хатибы, хажи Нурулла Ибра-һимов махсус хәрби операцияла башын һалған 49 яҡташыбыҙ рухына аят бағышланы. Асҡар йәмлих мәсете мәзине Самат Фәйзуллин аят-доғаларҙың көсө тураһында һөйләне. Ул үҙе менән алып килгән 90-сы йылдарҙа «Башҡортостан – Йома» гәзитендә сыҡҡан бер яҙманы уҡып ишеттерҙе. Хәтерләүебеҙсә, ул ваҡытта ла илдә тыныс түгел ине, Чечня һуғышы әсәләрҙе әҙ илатманы. Шул сыуалышлы мәлдәрҙә ул осорҙағы Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин гәзит аша халыҡҡа һалдатҡа оҙатҡанда уҡый торған доға менән мөрәжәғәт итә. Ир-аттарҙы, улдарҙы яуға оҙатҡанда шул доғаны хәҙер ҙә ҡабатлау артыҡ булмаҫ, ә көндәлек тормошта Ҡөръән-Кәримдән Әл-Фәтиха сүрәһен, беҙҙеңсә Еңеү сүрәһе ул, уҡыр кәрәк, күмәкләп теләһәк, һуғыш уты туҡтар, доғаларыбыҙ ир-егеттәребеҙ һаҡлап йөрөтөр, тип тәҡдим итте дин әһеле.
Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Т. Н. Әғзәмов изге ниәт менән ойош-торолған сара өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» фонды координаторҙарына һәм бағыусыларға рәхмәт белдерҙе, ифтарға саҡырылған ҡунаҡтарға һаулыҡ, именлек, аяҙ күк йөҙө теләне.
Теләктәре булғандар тәрәүих намаҙына ла ҡалды. Аллаһ йортонда бергәләп теләгән теләктәр, ил-йорт именлеге хаҡына ҡылған доғалар оҙаҡ көттөрмәй тормошҡа ашһын ине.

Читайте нас