Йәмғиәт
1 Декабрь 2024, 11:28

Ватанға тоғролоҡ өлгөһө

Асҡар ауылында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған контракт хеҙмәтенең кесе сержанты Исмәғилев Салауат Шәкүр улы менән бәхил-ләштеләр.

С. Ш. Исмәғилев 1963 йылда Ейәнсура районының Сөләймән ауылында донъяға килә. Ырымбур өлкәһенең Гай районы Уральский һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Орск ҡалаһындағы 44-се һөнәрселек училищеһында уҡый. Уны тамамлау менән Орск ҡалаһының локомотив депоһына тепловоз-электровоз ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. 1984 йылдың майында Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыла, хәрби хеҙмәт осоронда Афғанстанда командировкала була. Армиянан һуң, әрмегә тиклем эшләп киткән коллективына ҡайта һәм пенсияға сыҡҡансы шунда хеҙмәт юлын үтә. Электровоз машинистарын әҙерләү буйынса инструктор була. Хеҙмәттәштәре уны ярҙамсыллығы, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарағаны өсөн хөрмәт итә. 
С. Ш. Исмәғилевтың оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, «Һөнәре буйынса иң яҡшы» исеменә лә лайыҡ булған ул.  
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡатыны Лилиә Фәхри ҡыҙы Исмәғилева-Саттарованың тыуған ауылы Асҡарҙа төпләнәләр.
2023 йылдың ноябрендә Салауат Исмәғилев үҙе теләп, контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана, унда санитар инструктор булараҡ, хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Тик һуғыш ҡорбанһыҙ булмай шул, ҡаты алыштарҙың береһендә, 2024 йылдың 8 апрелендә Салауат Исмәғилев батырҙарса һәләк була.
— Илебеҙ өсөн ауыр мәлдә Ватан һағына баҫыу – үҙе үк батырлыҡ. Салауат Шәкүр улы үҙ теләге менән махсус операцияға юлланды. Нацизмға ҡаршы көрәштә батыр яҡташыбыҙ беҙҙең яҡты, тыныс киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен бирҙе. Ил именлеге өсөн шаһит киткән хөрмәтле яугирҙәребеҙҙең батырлығын мәңге иҫтә тоторға бурыслыбыҙ, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ, — тине район башлығы Илдар Нафиҡов матәм сараһында. — Лилиә Фәхриевна, һеҙгә, балаларығыҙға, туғандарығыҙға сабырлыҡ теләйем. Геройҙың ауыр тупрағы еңел, гүрҙәре яҡты булһын. Тыныс йоҡла, батыр!
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары исеменән Салауат Исмәғилевтың ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡ-лашты, батырҙың ғаиләһенә иңдәренә төшкән ҡайғыны күтәрерҙәй көс һәм сабырлыҡ теләне.
— Салауат — ысын герой. Яу яланына үҙ теләге менән һәр кем бармай. Һуңғы һулышынаса батырҙарса алышҡан яуҙашыбыҙға мәңгелек дан! — тине  яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән хәрби часть вәкиле Ибраһим Нуцалов.
Ауылдаштары исеменән һүҙ алған М. Ә. Бикмәтов күршеһенең изге күңелле, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер торған уҙаман булыуын билдәләне.
— Салауат күршебеҙҙә йорт һатып алып, төпләнгәс, аралашып йәшәнек. Ул миңә улым кеүек ине. Оло кешегә һәр эш ауырлыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, ҡыш көндәре көрәк тотоп сығыуым була, ул шунда уҡ йүгереп килеп, таҙалап та китер ине. Тормошто яратты, кешеләрҙе яратты. Яҡшы кешеләрҙең яҡты донъяларҙан иртә китеүе үкенесле. Әммә ул иле өсөн башын һалды. Батыр йөрәкле яугир йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр, — тине Мират Әхмәт улы.
— Салауат кейәүебеҙ һеңлебеҙ Лилиә Фәхри ҡыҙы менән 40 йыл бергә ғүмер кисерҙеләр. Кейәүебеҙҙе тәүге көндәрҙән үк үҙ иттек, сөнки ул эшсән, изге күңелле, ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Ҡулы оҫта ине, нимәгә генә тотонһа ла, хәленән килде, баҡсаһында нимәләр генә үҫтермәне. Ейәне өсөн яратҡан олатай, ҡыҙы менән кейәүенә хәстәрлекле атай, ҡатынына тоғро ир, беҙгә, туғандарға, ярҙамсыл кейәү, еҙнәй булды. Барыбыҙҙы ла дәртләндереп, алға әйҙәп тороусы ла Салауат кейәү ине, — тине туғандары исеменән сығыш яһаған Эльфрида Орлова. — Рухлы, ҡаһарман йөрәкле кейәүебеҙҙе Әбйәлил ере үҙ ҡуйынына ала. Салауат Шәкүр улын хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатырға килгән, уны юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. 
Дәүләт флагы мәңгелек һаҡлауға ҡатынына тапшырылды.
Тыуған илгә тоғролоҡ өлгөһө булған батыр яугир Салауат Исмәғилев Асҡар ауылы зыяратында ерләнде. Тыныс йоҡла, яугир, һинең батырлығың онотолмаҫ! 
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас