Йәмғиәт
1 Декабрь 2024, 13:45

Ҡыҫҡа, әммә данлы ғүмер юлы үтте

Байым ауылы халҡы Украиналағы һуғышта батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Йәмил Йәһүҙинде һуңғы юлға оҙатты.

Байым ауылы халҡы Украиналағы һуғышта батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Йәмил Йәһүҙинде һуңғы юлға оҙатты. Ул 1984 йылда Байым ауылында Зәриә Рәфғәт ҡыҙы һәм Хәдиулла Абдулла улы ғаиләһендә тыуған. Байым урта мәктәбендә белем ала. 11-се кластан һуң Магнитогорск профессиональ-педагогия колледжына уҡырға инә, хеҙмәт уҡытыусыһы дипломын ала. 2003 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ҡайтҡас, Магнитогорск ҡалаһында эш башлай. 2023 йылдың октябрендә Йәмил Хәдиулла улы үҙе теләп махсус хәрби операцияла ҡат-нашырға ҡарар итә. Батыр райондашыбыҙ һуңғы һулышынаса ил алдында биргән антына тоғро ҡала һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Яугир менән хушлашыу сараһына БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев, Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин, ауылдаштары һәм дуҫтары килде.
— Бөгөн беҙ районыбыҙҙың данлы улы Йәмил Йәһүҙинде һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ата-әсәһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғышта үҙ еренең ысын батырҙары һәләк була. Ләкин ҡаһарманлыҡ бер ҡасан да онотолмаясаҡ, — тине Вадим Фәнил улы. — Беҙ уларҙың ил именлеге өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәрен һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейешбеҙ. Тыныс йоҡла, батыр!
Даян Фәтхуллин ҡайғы уртаҡлашып сығыш яһаны.
— Йәмил Хәдиулла улы батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, һәләк булды. Беҙ был хаҡта онотмаясаҡбыҙ. Ҡыйыу ауылдашыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Хәрби операцияның тиҙ арала тамамланыуын һәм яҡташтарыбыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.
Матәм сараһында Йәмилдең хеҙмәттәше Никита Гребенев хушлашыу һүҙҙәрен әйтте. Ул хәрби часть командованиеһы исеменән туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты һәм командование бойороғо буйынса Йәмил Йәһүҙиндың үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланыуы тураһында хәбәр итте.
Беренсе уҡытыусыһы Әнүрә Миңлебаева уҡыусыһы хаҡында тик йылы һүҙҙәр әйтте.
— Йәмил өлгөлө ғаиләлә, ата-әсәһенең һөйөүенә һәм иғтибарына сорналып үҫте. Уны бөтә уҡытыусылар ҙа яратты. Башланғыс кластарҙағы бәләкәй генә, һөйкөмлө малайҙан тырыш, эшһөйәр һәм аҡыллы егет булып үҫте. Бөтә тормошо күҙ алдында булғанға, уҡыусымдың юҡлығын аңлау бик ауыр. Йәмилдең бөтә туғандарына сабырлыҡ теләйем.
Туғандары исеменән мәрхүмдең апаһы Хәйҙәр Хөснуллин Йәмил Хәдиулла улын оло хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатырға килеүселәргә һәм ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтте.
Гвардия сержанты Йәмил Йәһүҙин ҡыҫҡа, әммә данлы тормош юлы үтте. Тыуған иле, яҡташтары уның батырлығын, башҡалар хаҡына үҙ ғүмерен биреүен онотмаҫ. Ата-әсәһенең, улының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡ-лашабыҙ.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас