Район халҡы махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ, Ишҡол ауылы егете Рәзил Рәжәп улы Дауытов һәм Мәхмүт ауылы егете Фәдис Рәфис улы Сафин менән хушлашты. Матәм сараһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов, хәрби комиссариат вәкилдәре, ойошма-предприятиелар етәкселәре, яугирҙәрҙең туғандары, ауылдаштары ҡатнашты.
ИШҠОЛ
Кесе сержант, уҡсы, гранатометсы ярҙамсыһы Рәзил Рәжәп улы менән бәхилләшеү сараһы ул белем алған Ишҡол урта мәктәбе алдында уҙҙы. Һалдаттың фотоһүрәте янына ҡыҙыл ҡәнәферҙәр, раузалар һалынғандан һуң, матәм сараһы башланды.
Район хәрби комиссары Максим Гребенщиков Рәзил Дауытовтың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡандан һуң, һүҙ Хәлил Юлай улына бирелде.
— Хөрмәтле Рәүиә Хәкимйән ҡыҙы һәм яугирҙең яҡындары! Бөгөн беҙ Башҡортостандың ҡыйыу улы, батыр яугир, илебеҙҙең ысын һаҡсыһы Рәзил Рәжәп улын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары исеменән һәм шәхсән үҙемдән ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Нацизмға ҡаршы көрәштә һәләк булған ҡаһарман һалдатҡа ихтирам күрһәтәбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Рәзил тиҫтәләгән мең һалдат һәм офицерҙарыбыҙ кеүек илебеҙҙең баш командующийы указын намыҫ менән үтәне һәм һуңғы һулышынаса хәрби антына тоғро ҡалды. Әсәһенең һәм бер туғандарының йөрәк әрнеүен, әлбиттә, бер ниндәй ҙә һүҙҙәр йыуата алмай. Беҙ һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, хөкүмәт тарафынан һеҙҙең ғаилә хәстәр һәм иғтибар менән солғанып алынасаҡ. Тыныс йоҡла, баһадир һалдат, — тине ул.
Ғәлим Наил улы ла мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡандан һуң, уларға сабырлыҡ теләне.
— Ил яҙмышы ирҙәр ҡулында тигәндәй, ҡайһы осор ғына булмаһын, батыр егеттәребеҙгә ниндәй генә яу юлында булырға, ә ҡайһы берҙәренә хатта ғүмерҙәре менән дә иҫәпләшергә тура килә. Яҡташыбыҙҙың яҡындарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ, — тине Ғ. Солтанов һәм батыр һалдаттың исемен мәң-геләштереү буйынса эштәр алып барыласағын әйтте.
Туғандары исеменән бер туған ағаһы Фәнзил Дауытов һәм ике туған һеңлеһе Гөлфиә Ниғмәтуллина телмәр тотто. Ағаһы ҡустыһын хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, хәрби комиссариатҡа, ауылдаштарына рәхмәт еткерҙе. Ҡустыһының тырыш, ярҙамсыл булыуы тураһында бәйән итте. «Ағайыбыҙ тыныс холоҡло, ипле, ололарға ихтирамлы, кесеһенә кеселекле булды, һәр беребеҙгә иғтибары етте. Мин уның бер ҡасан да ғауға ҡуптарып, тауыш күтәреп йөрөгәнен күргәнем булманы. Йөҙөнән йылмайыу китмәне һәм беҙҙең хәтерҙә ул шулай мәңге иҫтә ҡалыр», — тип һөйләне һалдаттың һеңлеһе.
Ишҡол мәктәбе директоры Азат Махийәнов ауылдаштары, мәктәп коллективы исеменән сығыш яһаны. «Класташтары һәм уҡытыусылар менән һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булды. Шат күңелле, тыйнаҡ, ипле булыуы менән хәтеребеҙҙә ҡалған. Тыныс йоҡла, Рәзил!» — тине Азат Рәфҡәт улы.
Хәрби часть вәкиле Излик Макаров геройҙың яу яланында тоғро иптәш, яҡшы дуҫ булыуын билдәләне һәм РФ Президенты В. В. Путин Указы менән Батырлыҡ орденына (үлгәндән һуң) тәҡдим ителеүен әйтте.
Р. Дауытов 1985 йылдың 6 октябрендә күп балалы ғаиләлә икенсе малай булып донъяға килгән. Ата-әсәһенә, бер туған ағаһы Фәнзилгә таяныс һәм кәңәшсе, һеңлеһе Фаягөл өсөн ныҡлы таяу була. Ишҡол урта мәктәбендә 1-9 кластарҙа белем ала, тәртипле, тырыш егет булараҡ уҡытыусылары һәм класташтары араһында абруй ҡаҙана.
2004 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына, Ватан алдындағы бурысын Ырымбур өлкәһенең 21-се мото-уҡсылар бригадаһында үтәй. Ҡайтҡас, вахта ысулы менән төрлө ойошма-предприятиеларҙа хеҙмәт итә.
Нацизмға ҡаршы барған көрәштән ул да ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың декабрь айында үҙ теләге менән Украинаға юл ала. Яу яланында барған ҡаты бәрелештәрҙә үҙ-үҙен аямай көрәшә, иптәштәренә тоғро дуҫ була, үҙен ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә.
3 февраль һуңғы тапҡыр әсәһе менән бәйләнешкә сыға. Шул көндән алып һалдат һыуға төшкәндәй ғәйеп була. Туғандары төрлө чаттар, интернет селтәрендәге төркөмдәр аша эҙләй, яугирҙең тере булырына өмөттәрен өҙмәйҙәр. Тик сыуаҡ май иртәһендә бөтә булған уй-өмөттәр селпәрәмә килә. 24 майҙа район хәрби комиссариатына Рәзил Рәжәп улының 2024 йылдың 4 февралендә батырҙарса һәләк булыуы хаҡында хәбәр ителә.
Бала ҡайғыһынан да ауырыраҡ ғазап юҡ, тиҙәр. Үҙенән алда улын ер ҡуйынына тапшырған яугир әсәһе Рәүиә Хәкимйән ҡыҙының иңенә төшкән тауҙай ҡайғыны күтәрерҙәй сабырлыҡ теләйбеҙ. Шулай уҡ геройҙың бер туғандары, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Әсәһе Рәүиә Хәкимйән ҡыҙына иҫтәлеккә Рәсәй Федерацияһының байрағы тапшырылғандан һуң, мәрхүмде Ишҡол ауылы зыяратына оҙаттылар.
МӘХМҮТ
Икенсе матәм сараһы Мәхмүт ауылы егете, рядовой Фәдис Рәфис улы Сафинға арналды. Һалдат уҡып сыҡҡан Әбделмәмбәт урта мәктәбе алдында РФ һәм БР Дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, хушлашыу сараһы башланды.
Фәдис Рәфис улы 1993 йылдың 6 ма-йында Мәхмүт ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға ауаз һала. Бәләкәйҙән алсаҡ, көләкәс, кешеләргә ярҙамсыл булып үҫә. Бер туған ике һеңлеһенә ир туған булараҡ терәк-таяныс булып тора. Әбделмәмбәт урта мәктәбендә 1-11-се кластарҙы тамамлай. Уҡыған сағында төрлө сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша, бигерәк тә спортты ныҡ ярата, физик яҡтан сыныҡҡан егет була.
Мәктәпте тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһында автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Алыҫ Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй, төҙөлөш бригадаһын етәкләй.
18 ғинуар Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм яу яланына юллана. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен тоғро иптәш итеп күрһәтә, хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт ҡаҙана.
21 май район хәрби комиссариатына ул хеҙмәт иткән хәрби часть командиры С. Паньковтан Фәдис Рәфис улының 16 апрелдә дошман менән алышҡанда батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә.
Хәлил Юлай улы һалдаттың яҡын-дарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булыусылар, ҡыҙғанысҡа күрә, көндән-көн арта бара. Ә беҙ иһә тыныс тормошта йәшәүселәр ил именлеге өсөн шаһит киткән хөрмәтле ағай-энеләребеҙҙең батырлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Фәдис ҡусты ла яу яланына үҙ теләге менән киткәндәрҙең береһе ине. Уның батырлығын, нацизмға ҡаршы барған көрәштә йәнен фиҙа ҡылыуын онотмаҫбыҙ, — тине ул. — Фәдис Рәфис улы өлгөлө ғаилә башлығы, тоғро дуҫ булды, ысын ир ине. Ғаиләһенә, яҡындарына сабырлыҡ теләйем. Улар беҙҙең ҡанат аҫтына алынасаҡ һәм хәстәрлек менән солғанып алынасаҡ. Геройыбыҙҙың ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Ғәлим Наил улы район Советы һәм хакимиәте исеменән сығыш яһаны, һалдаттың яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Күрәһең, кешелек ҡан-ҡойошһоҙ йәшәй алмай. Берәү ҙә уны теләмәй, әммә һәр быуынға һуғыш тура килеп тора. Афған, Чечня һуғыштарын күрҙек, хәҙер иһә Украинала барған махсус хәрби операцияла иң аҫыл егеттәребеҙҙе юғалтабыҙ. Ил киләсәге өсөн, нацизмды ҡороторға тип юл алған яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның иҫтәлеге мәңгеләштереләсәк. Фәдистең иманы юлдаш булһын, — тине ул.
Фәдис Рәфис улы хеҙмәт иткән хәрби частән И. Макаров геройҙың яу яланында тоғро иптәш, яҡшы дуҫ булыуын билдәләне һәм РФ Президенты В. В. Путин Указы менән Батырлыҡ орденына (үлгәндән һуң) тәҡдим ителеүен әйтте.
Мәктәп коллективы исеменән геройҙың класс етәксеһе Гөлсөм Ғәзизова телмәр тотто. Ул уҡыусыһының аҡыллы, ҡыйыу, ныҡышмал, шаян булыуын билдәләне. «Бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Фәдис үҙенә ир-егеттәргә хас бөтә сифаттарҙы йыйған ине. Яҡындарына сабырлыҡ теләйем», — тине ул.
Класташтары, дуҫтары исеменән Салауат Ғәлиуллин иптәшенең ата-әсәһенең ҡайғыһын уртаҡлашты. Дуҫы-ның һәр ерҙә лә беренсе булыуын, тәүәккәл, шаян булыуын әйтте.
Дәүләт флагы геройҙың әсәһе Фәнүзә Исрафил ҡыҙына тапшырылды. Фәдис Рәфис улын мосолман тәғлимәттәренә ярашлы Мәхмүт ауылы зыяратына ерләнеләр.
Һалдаттың атаһы Рәфис Нәдир улының, әсәһе Фәнүзә Исрафил ҡыҙының, кәләше Әлфиә Зәкирйән ҡыҙының, ҡыҙы Олесяның, улы Артемдың, бер туған һеңлеләре Нуриҙә һәм Гүзәлдең ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Батырҙар үлмәй ул. Үҙҙәре ба-ҡыйлыҡҡа күсһә лә, улар хаҡында хәтер мәңге тере. Ил именлеге, яҡты киләсәк өсөн үҙен ҡорбан иткән егеттәрҙең батырлығы киләсәк быуындарға етер әле. Геройҙарға мәңгелек дан!
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.