Йәмғиәт
2 Декабрь 2024, 05:45

Батырлығың халыҡ хәтеренән юйылмаҫ!

Әбйәлил халҡы хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ринат Ибраһимов менән хушлашты.

Матәм сараһы Асҡар ауылының Совет майҙанында уҙҙы. Район хәрби комиссары Максим Гребенщиков сараны асып, яҡташыбыҙҙың ғүмер юлына байҡау яһаны.
Ринат 1966 йылдың 1 апрелендә Дауыт ауылында күп балалы ғаиләлә алтынсыһы булып донъяға килә. Береһенән бере бәләкәй ул-ҡыҙҙарын ҡалдырып, әсәйҙәре Гөлсирә апай гүр эйәһе булғас, тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татып үҫә балалар.
Ринат тыуған ауылында башланғыс белем алғандан һуң, Асҡар мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Туғыҙынсы кластан һуң, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, тракторсы-машинист һөнәрен алып сыға. Күп тә үтмәй, ил алдындағы изге бурысын  үтәргә китә. Ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Магнитогорск ҡалаһында, район ойошмаларында тракторсы булып эшләй. 
«Асҡар» торлаҡ-коммуналь хужалығында экскаваторсы булып эшләгән еренән ошо йылдың 16 апрелендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хәрби операцияға юллана. Яу ҡырында расчет орудиеһы водителе булып хеҙмәт итә.
...Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Илебеҙҙе нацизмдан яҡлап барған ҡаты алыштарҙың береһендә, 31 июлдә ҡаһарман яҡташыбыҙ  Ринат Ибраһимовтың ғүмере өҙөлә.
Район хәрби комиссары Максим Гребенщиков яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡандан һуң, һүҙ район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовҡа һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүновҡа бирелде. Улар ҙа, үҙ сиратында, ил азатлығы өсөн башын һалған яугирҙең туғандарының Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары исеменән ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Һалдаттың ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмаясаҡтары, хөкүмәт тарафынан ғаилә хәстәр һәм иғтибар менән солғанып алынасағы тураһында әйтте. 
Туғандары исеменән ҡустыһы Таңатар Ғарипов телмәр тотто. 
– Ағайыбыҙ Ринаттың ил именлеге өсөн хәрби операцияға үҙ теләге менән китеүе – үҙе үк батырлыҡ өлгөһө. Көслө ихтыярлы кешеләр генә ошондай аҙымға бара ала, минеңсә. Тик уның ғүмере өҙөлөүе ҡыҙғаныс. Әммә Ринат ағай ил өсөн, Ватаныбыҙ өсөн һәләк булды. Батырлығың алдында баш эйәбеҙ, һинең менән ғорурланабыҙ. Ағайыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға килгәндәргә, юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашҡандарға, район етәкселәренә рәхмәт. Бөгөн махсус операцияла булғандарҙың барыһына ла иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, – тине ул.
Класташтары исеменән Ирек Мусин яугир тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Класташтары һәм уҡытыусылар менән һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булды. Шат күңелле, ҡыйыу, сос булыуы менән хәтеребеҙҙә ҡалған. Ошо ҡыйыулығы уны ошондай аҙымға этәргәндер. Тыныс йоҡла, Ринат!” – тине Ирек Әғзәп улы. 
Рәсәй Федерацияһының байрағы улы Салауатҡа тапшырылды. Ринат Ибраһимов Дауыт ауылы зыяратын һуңғы төйәге итте. Яугир яҡташыбыҙҙың улы Салауаттың, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр. Яуҙа күрһәткән ҡыйыулығыңды халҡың онотмаҫ!
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас