Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә йәшәүгә һөйөү, рух һәм киләсәккә ышанысы көслө кешеләрҙе йыйҙы был байрам. Сараның инициаторы һәм ойоштороусыһы — Гусев ауыл биләмәһенең инвалидтар ойошмаһы. Күңелдәргә дәрт, йөрәктәргә үтеп инерлек сикһеҙ моң даръяһына сумған был мәҙәни сара бөтәһенә лә күтәренке кәйеф өҫтәне. Ҡунаҡтарҙы «Гөлғәйшә» фольклор ансамбле, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы, «Ағинәйҙәр» ҡоро ағзалары ихлас ҡаршы алды.
Конкурсанттарҙы Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, район инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова, ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әнисә Арғынбаева тәбрикләне. Шәрифйән Садиҡ улы Нәсимә Әҡсәноваға һәм тәүге ойошма рәйесе Кинйәбикә Фәйзуллинаға биләмәнең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
«Йыр конкурстары ошоға тиклем Амангилде, Хәмит ауылдарында үтте. Байымда фольклор олимпиада ойошторҙоҡ, Йәнгелдә шашки буйынса ярыштар уҙҙы. Бындай саралар ойошмабыҙ ағзаларын дәртләндерә, уларға йәшәүгә дәрт һәм ышаныс өҫтәй», — тине йыйылыусыларҙы тәбрикләп Нәсимә Вәис ҡыҙы.
Бындай сараларҙа ҡатнашыу башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу ғына түгел, ә ижади тәжрибә уртаҡлашыу, вокал сәнғәтенең яңы йүнәлештәре менән танышыу, шулай уҡ яңы ҡаҙаныштарға һәм асыштарға табан алға барыу мөмкинлеген бирә, йәшәүгә дәрт өҫтәй.
— Беҙ еңеү өсөн түгел, ә бер-беребеҙ менән аралашып, йырлап, күңел асып, йәшәүгә дәрт һәм илһам алыр өсөн килдек, — тип шатлығы менән бүлеште Таштимер ауыл биләмәһенең алыштырғыһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе, мәғариф ветераны Шәрифә Иҙрисова.
— Етәксебеҙ Нәсимә Вәис ҡыҙына, район хакимиәтенә беҙгә иғтибарҙары өсөн рәхмәтлебеҙ. Ағиҙел буйлап аҡҡан сәйәхәт күңелдә мәңгелек бер матур хәтирә ҡалдырҙы. Беҙҙең ойошмабыҙ гел беренселәр иҫәбендә. Бөгөн дә үҙебеҙҙе әртистәр итеп тойоп килдек ярышҡа, — тине әхирәтенең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ҡырҡ йыл педагогик стажлы мәғариф ветераны Зифа Юлдашева.
Амангилде ауыл биләмәһендә инвалидтар ойошмаһын 15 йыл етәкләгән Мәйсәрә Фәйзуллинаның күҙҙәре һигеҙ тапҡыр операция яһатҡандан һуң да яҡшырмаған. Шулай ҙа бирешмәй ул. «Сәхнәгә сығып йырлап, күңел күтәренкелеге алам. Ғүмер буйына һауынсы булдым, ауыр эштәрҙә эшләнем. Хәҙер ҙә тормоштоң бөтә матурлығын тойоп йәшәйем. Өс улым, ун бер ейән-ейәнсәрем, бер бүләм дә — таймаҫ терәгем минең», — тине көслө рухлы апай.
Бәйге өс йәш категорияһында үтте. Бөтәһе 19 һәүәҫкәр йырсы ҡатнашты. Һәр береһенең башҡарыуы үҙенсәлекле, сағыу булды. Шуға ла конкурстың баһалама ағзалары Нәсимә Әҡсәнова, Аҡсәскә Кәримова һәм Әнисә Арғынбаеваға еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы.
Бөтә конкурсанттар ҙа шәп сығыш яһаны. Тик һәр бәйгенең еңеүселәре лә булырға тейеш. Шулай итеп, тамашасыларҙы моңло тауышы менән арбап, Вилдан Зәйнишев (Хәмит) гран-при яуланы. Беҙ Вилданға «Осҡон» гәзитенең махсус призын һәм дипломын да тапшырҙыҡ.
Владислав Иванченко (Селивановка), Гөлсәсәк Әсәҙуллина (Гусев), баянда уйнап йырлаған Ирмәк Ташбулатов (Хәлил) беренсе урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, Гөлсәсәккә Тал Ҡусҡары клубы мөдире Сәүиә Исҡужа ҡыҙы мәрхүм тормош иптәше Илсен Дәүләтбаев исемендәге махсус бүләген тапшырҙы.
Йыр ҙа башҡарған, үҙе яҙған бай йөкмәткеле шиғырын да уҡыған Байымдан Нияз Мансуровтың (һүрәттә) сығышы һоҡланғыс булды.
Ишара йыры сәнғәттең айырым төрө, унда йыр тексының мәғәнәһе һүҙҙәр менән түгел, ә хәрәкәттәр менән бирелә, Илсиә Ғилманова (Асҡар) фонограмма аҫтында йырҙы ҡулдары менән башҡарҙы.
Ошо ике башҡарыусы һәм Мәйсәрә Фәйзуллина (Амангилде), Миңзәлә Хәйруллина (Буранғол), Мәмдүҙә Хәлисова (Ишбулды), Клара Попкова (Асҡар) икенсе урын яуланылар.
Мөслимә Моталова (Хәлил), Фәймә Ғәлимова (Рауил), Нәйлә Архипова (Асҡар), Гөлнур Фәттәхова (Озерный), Мәҙинә Ғәбитова (Атауҙы), Рәсимә Баймырҙина (Юлдаш), Зифа Юлдашева (Таштимер), Шәрифә Иҙрисова (Йәлембәт) өсөнсө урынға лайыҡ булдылар.
Иң оло бәйгеселәр Мәҙинә Ғәбитова (Атауҙы) һәм Зифа Юлдашева (Таштимер) ярты йылға шәхси эшҡыуар Эркинжан Бахроловтан «Осҡон» гәзитенә сертификаттар менән бүләкләнде.
Был сараны матур итеп ойоштороуға клуб мөдире Гөлназ Әхмәтҡужина, Гусев ауыл биләмәһе инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Кинйәбикә Фәйзуллина, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сәлимә Ғәзизова күп көс һалғандар, Әлфинә Шаһивәлиева, Дилара Язарова ойоштороусыларға һәр ваҡыттағыса ярҙамға килгән.
Бәйгенән һуң Юлдаштың уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән бай аш-һыу өҫтәле артында йәнле әңгәмәләшеү туҡтаманы, «Өстаған»ды ла бейеп күңел астылар. Сараның бағымсылары ла ярҙам иткәндәр. Байрам өсөн «Завет» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Ғамир Ғәлләмов бер һарыҡ биргән. Район Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Гөлзифа Ғафарова үҙенең шәхси бүләген әҙерләгән, Аҡсәскә Кәримова Шәрифә Иҙрисоваға аҡсалата бүләк тапшырҙы, ДЮСШ директоры Ласын Усманов, район Советы депутаты Таһир Сәйфуллин, ауыл Советы депутаты Рәзилә Йосопова, Зифа Йәнғазина, Дилбәр Ҡужина — «Мамин хлеб» һәм тағы ла бик күп бағымсылар ярҙамында бөтә ҡатнашыусылар ҙа бүләкле булдылар. Байрамда ҡатнашыусылар мәҙәни сараны ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп, яҡшы теләктәр теләп таралышты.
Г. ҒИНИӘТОВА.