Йәмғиәт
5 Декабрь 2024, 02:30

Төбәк предприятиеларының 67 проценты комплекслы экологик рөхсәт алған

Хөкүмәт ултырышында республика предприятиеларының комплекслы экологик рөхсәт ҡағыҙҙарын рәсмиләштереү буйынса эштәре  тикшерелде.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Төбәк предприятиеларының 67 проценты комплекслы экологик рөхсәт алғанТөбәк предприятиеларының 67 проценты комплекслы экологик рөхсәт алған
Төбәк предприятиеларының 67 проценты комплекслы экологик рөхсәт алған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе сәнәғәт объекттарында экологик мониторинг мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда федераль ҡануниәткә ярашлы 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейешле предприятиелар менән эшләү буйынса төп аҙымдар билдәләнде. Республика биләмәһендә был талап тирә-яҡ мөхиткә ҙур йоғонто яһаусы 96 объектҡа ҡағыла. Һүҙ нефть сығарыу һәм эшкәртеү, химия һәм тау-мәғдән сәнәғәте һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләүсе предприятиелар тураһында бара. Кәңәшмәлә Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов хәбәр итеүенсә, КЭР экологик йөкләмәне кәметеү буйынса инвестиция программаларын булдырыуҙы, производство процестарын модернизациялауҙы һәм зарарлы матдәләр сығарыуҙы контролдә тотоу системаларын монтажлауҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған өсөн ағымдағы түләүҙәрҙән азат ителә. 2024 йылдың декабрь башына компанияларҙың 67 проценты комплекслы экологик рөхсәт алған. Улар иҫәбендә  “Башнефть”,  “Газпром нефтехим Салауат", БСК, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты бар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас