Окоп шәмен эшләүҙең дә үҙ тәртибе бар. Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операциялағы егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә файҙаһы ҙур. Хәмит ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла был изге эшкә әүҙем ҡушылды. Шәмде дөрөҫ итеп эшләй ҙә белеү мөһим. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ҡәҙриә Баһауетдинова ауылдың актив ҡатын-ҡыҙҙарын бер урынға туплап, окоп шәмдәрен яһауҙың ҡайһы бер серҙәре менән уртаҡлашты:
— Консерва банкаларын алғанда яҡынса 200-400 мл күләмендәген һайлағыҙ. Бейек банкалар алыу отошло түгел, сөнки кислород аҙ килеүе һөҙөмтәһендә парафиндың аҙаҡҡаса янып бөтмәүе мөмкин. Ҡулса менән асылған кукуруз, йәшел борсаҡ, тушенка, ҡуйыртылған һөт банкалары бик отошло.
Ҡәҙриә Сабир ҡыҙы әйтеүенсә, ҡулланыр алдынан этикеткаһын алыу, таҙартып йыуыу, яҡшылап киптереү мөһим. Банканың ситтәре осло икән банканың эске яғына ҡарай бөгөргә онотмағыҙ. Буялған прессланған ҡатырғалар тура килмәй, ябайын ҡарағыҙ. Уны уртаса тығыҙлыҡта итеп урарға кәрәк, сөнки тығыҙ итһәң, парафин яҡшылап ҡойолмай һәм шәмдәр яртылаш ҡына янасаҡ.
«Парафинды иретеүҙең дә үҙ нескәлеге бар. Уны һыулы һауытта ҡайнатабыҙ. Хәүефһеҙлек өсөн бик һаҡ эш итергә кәрәк. Парафин ҡайнау хәленә етһә, ҡойған саҡта ул күбекләнәсәк, ситкә сәсрәйәсәк», — тип ҡайһы бер серҙәрен дә әйтеп үтте ул.
Ә инде окоп шәмдәрен эшләү өсөн парафин һәм консерваларҙы ауылдың актив ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Рәмилә Баһауетдинова һатып алып биргән.
— Илдә һуғыштар бөтөп тыныслыҡ килһен, һәр бер эшкә ихлас килеүсе Зарифа Вәлиева, Зифа Мырҙағалина, Асия Мөхәмәҙиева, Илүзә Шаһыбалова, Хәнифә Шаһыбалова, Алина Дәминева, Рәмилә Баһауетдинова, Рәмилә Нуретдинова, Гөлнур Баһауетдинова һәм Гөлдәр Абдуллина апайҙарға ҙур рәхмәт, — тип хат-хәбәр ебәрҙе Ҡәҙриә Баһауетдинова.
Г. ҠУСҠАРОВА.