Йәмғиәт
8 Декабрь 2024, 11:36

Проект халыҡ мәнфәғәтендә эшләй

Район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары-финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипованың район Советы сессияһындағы докладынан (ҡыҫҡартып баҫыла):

Башҡортостан Республикаһында урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы проекттарын (ППМИ) тормошҡа ашырыу 2014 йылдан башланды. Программаның төп бурысы – урындағы инфраструктураны үҫтереү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы, һыу менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү. Инициативалы бюджетлау проекттарының төп принцибы булып халыҡты урындағы үҙидараға әүҙем йәлеп итеү, шул иҫәптән бергәләп проблемаларҙы билдәләп, инициативалар әҙерләп һәм проектты берлектә финанслау тора. Уҙған 10 йылда Башҡортостанда 5 меңгә яҡын проект тормошҡа ашырылған, республиканан субсидияларҙың дөйөм күләме 3,5 миллиард һум самаһы тәшкил иткән.
ППМИ-ны тормошҡа ашырыу башланғандан алып, был осорҙа районда дөйөм суммаһы 47993673 һумлыҡ 98 проект тормошҡа ашырылған. Халыҡ һәм бағымсылар 13666 мең һум аҡса индергән, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 47 994 мең һум субсидия йәлеп ителгән.
Финанслауҙың дөйөм күләмендә республика бюджетынан субсидия суммаһы 68, урындағы бюджет аҡсаһы – 12, халыҡтан йыйылған аҡса 11 һәм бағыусыларҙан 9 процентын тәшкил итте. Йәғни, проект финанс йәһәттән бик отошло: халыҡ һәм бағыусылар сығымдарҙың өстән бер өлөшөн, ҡаплаһа, республика ҡалған өлөшөн бүлә. 
 Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был проектта берлектә финанслау күләме генә мөһим түгел. Халыҡтың инициативалы бюджетлау проекттарын тәҡдим итеү буйынса алдан фекер алышыуҙа һәм йомғаҡлау йыйылыштарында ҡатнашыуы мөһим критерийҙарҙың береһе булып тора. 
Туғыҙ йыл арауығында Байым, Ташбулат һәм Таштимер ауыл биләмәләрендә иң күп проекттар тормошҡа ашырылды. Красная Башкирия, Гусев, Буранғол ауылдары был тәңгәлдә насар эшләй. Ғәмәлгә ашырылған проекттарҙың 32 проценты, йәки 32,6 проценты зыяраттарҙы төҙөкләндереүгә тура килә. 26-һы ауылдар урамдарын яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Ун ике проект мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлауға, 10 проект мәғариф учреждениеларын ремонтлауға ҡағылды.
Ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм юлдарҙы ремонтлау өлкәһендә дүртәр проект тормошҡа ашырылды. 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл биләмәләренең ППМИ-ла ҡатнашыу әүҙемлеге кәмей бара. Әгәр 2016, 2017 йылдарҙа был конкурста бөтә ауыл биләмәләре лә еңеүсе булһа, 2024 йылда беҙҙә  Хәлил, Красная Башкирия һәм Асҡар ауыл биләмәләрендә ни бары өс проект тормошҡа ашыры-ласаҡ, был маҡсатта 2 064 мең һум субсидия аласаҡбыҙ. Ул аҡсаға Озерный һәм Әбделмәмбәттә зыяраттар төҙөкләндереләсәк, Ҡолоҡас ауылының урамдары яҡтыртыласаҡ.
Беҙҙә балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү буйынса проекттар бик аҙ. Үткән туғыҙ йылда Байымда спорт майҙансығы төҙөкләндерелде, Озерный һәм Таштуй ауылдарында балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, Дауытта балалар-спорт майҙансығын замансаға әйләндерелде. 
Туғыҙ йылда ауыл биләмәләре хакимиәттәре 70 миллион һумлыҡ 98 проектты тормошҡа ашырған. Иң ҙур проекттар иҫәбенә Байым ауылында төҙөкләндерелгән обелискты индерергә була, Ташбулат мәҙәниәт йорто заманса төҫ алды, Йәнгелдә гидротехник ҡоролма сафҡа инде, Ҡырҙас һәм Әхмәт клубтары танығыһыҙ булып үҙгәрҙе.
Ауыл биләмәләре ниңәлер был проект буйынса коммуналь һәм янғын һүндереү техникаһын һатып алыу мөмкинлегенә иғтибарҙы бик аҙ бүлә. Был йылдарҙа Ташбулат һәм Байым ауыл биләмәләре МТЗ тракторҙары һатып алды, Буранғол ауыл биләмәһе 650 мең һумлыҡ мобиль янғын һүндереү комплекслы булды. Ошондай мобиль комплекстар һатып алыу алыҫ ауылдарыбыҙҙағы янғындар менән бәйле күп проблемаларҙы хәл итер ине.
Проект ярҙамында күп зыяраттар ремонтланды. Был объекттарға халыҡтан  аҡса йыйыуҙы ойоштороу, мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа мәғариф объектын йәки, клубты ремонтлауға ҡарағанда күпкә еңелерәк, әлбиттә. Рауил ауыл Советы биләмәһендә, мәҫәлән, 5 зыярат ремонтланған, был маҡсатҡа 3 388,6 мең һум аҡса тотонолған. Шулай уҡ Буранғол, Амангилде, Таштимер һәм Ташбулат ауыл биләмәләрендә байтаҡ зыяраттар ремонтланды.
Һуңғы йылдарҙа, төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеүе менән бәйле, ауыл биләмәләре хакимиәттәре төҙөлөш материалдарын эш хаҡынан тыш һатып ала башланы. 
Әлмөхәмәт һәм Йәнгел ауыл биләмәһе хакимиәттәре материалдар һатып алыуға ғына 1 026 һәм 1 200 мең һум аҡса тотондо. Был осраҡта проект ысын мәғәнәһендә «халыҡ» проекты булып сыға, сөнки эштәр халыҡ тарафынан өмәләп башҡарыла, унда ҡарттар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнаша. Әлмөхәмәт ауылы зыяраты өсөн ауыл биләмәһе 1 026 мең һумлыҡ материалдар һатып алды. Ҡалған эштәр халыҡ һәм вайымһыҙ булмаған бағымсылар ярҙамы менән башҡарылды. Өмәләрҙә Әлмөхәмәткә яҡын ауылдар халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Өмәлә ҡатнашыусыларға мәсеттәрҙә туҡландырыу ҙа ойошторолдо.
26 ауылда урамдар яҡтыртылды, был тәңгәлдә 6 136 мең һумлыҡ эш башҡарылды. Был йүнәлештә Байым (4 проект), Амангилде (3 проект), Гусев (3 проект), Дәүләт (3 проект) һәм Ташбулат (3 проект) ауыл биләмәләрендә эштәр башҡарылды. 
Әгәр беҙҙең ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары һәм хеҙмәткәрҙәре, тораҡ пункттар активы, депутаттар етәкселегендә бөтә халыҡты проблеманы билдәләүгә, аҡса йыйыуға һәм проектты туранан-тура тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡармаһа, был миллионлаған суммаға эштәр үтәлмәҫ тә ине. 
ППМИ-ла ҡатнашыу кимәлен арттырырға кәрәк, халҡыбыҙҙың проблемаларына битараф булмайыҡ, яҡташтарыбыҙ әүҙемерәк булһын ине.

Читайте нас