2007 йылдан алып 9 декабрҙә Ватан Геройы көнө билдәләнә. Әбйәлил ере лә данлыҡлы улдары — Советтар Союзы Геройҙары Таһир Кусимов, Ғәбдрәүеф Дәүләтов, Григорий Васев, Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов менән ғорурлана. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәребеҙ ҙә Ватан Геройҙары.
Район хакимиәтендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындарына Батырлыҡ ордендары тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала район етәкселеге, юнармеецтар, кадет кластары ҡатнашты.
Район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләрен, ҡатындарын һәм балаларын тәбрикләне.
— Беҙ ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ ил һағында ҡаһармандарса көрәшә. Ватан хаҡына, тыныслыҡ хаҡына үҙ ғүмерен ҡорбан иткән райондаштарыбыҙ күп. Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан, уларҙың исемдәре бер ҡасан да онотолмаясаҡ, — тип билдәләне Руслан Ғөзәйер улы. — Тыуған илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн баш һалған ҡаһарман яугирҙәр батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө күрһәтте. Шундай ҡыйыу, илһөйәр улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, һеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ теләйем.
Батырҙарса һәләк булған яугирҙәр — Мозафар Әхмәтҡужин, Айҙар Байрамғолов, Иштуған Басиров, Айгиз Ғүмәров, Рәзил Дауытов, Хәсән Зарипов, Ринат Ибраһимов, Әлфир Лоҡманов, Илһам Мәүлетдинов, Илдус Мәғзүмов, Айнур Мофаззалов, Рәмил Рәхмәтов, Фәдис Сафин, Сергей Слесарев, Ринат Таһиров, Айгиз Юлдашбаев, Йәмил Йәһүҙин, Вадим Исаевтың Батырлыҡ ордендарын яҡындарына — ата-әсәләренә, ҡатындарына, балаларына тапшырылыуы бик тулҡынландырғыс булды. Күҙ йәштәре, йөрәк әрнеүе менән ҡәҙерле кешеләренең һуңғы наградаһын алғандарҙың кисерештәрен аңлатырлыҡ түгел. Ватан хаҡына үҙ ғүмерҙәрен биргән Геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Вадим Өмөтбаев батырлығы өсөн юғары награда менән билдәләнгән. Уның Шайморатов миҙалы әсәһенә тапшырылды. Нәзифә Ғизетдин ҡыҙы даими иғтибарҙары һәм ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовтың командаһына, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Наталья Сатинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләне.
Герой яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған сараны Т. Кусимов исемендәге гимназияның «Талисман» вокал ансамбле (етәксеһе Фәнилә Нөғәмәнова), Вадим Папанин һәм Айгөл Суфиянованың патриотик йырҙары биҙәне.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.