Район мәҙәниәт йортоноң алыштырғыһыҙ Ҡыш бабайы Иҙрис Сәғәҙәтовтың Яңы йыл байрамының төп персонажы булыуына быйыл 45 йыл. Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенә уҡытырға килгән йылда 24 йәшлек ир-егеткә сараһыҙҙың көнөнән был ролгә инергә тура килә. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына эшләгән коллективта унан башҡа Ҡыш бабай таба алмайҙар. Музыка мәктәбендә уҡыусы балалар өсөн байрам иртәлеге була ул. Ул ваҡыттан хәҙер күп һыуҙар аҡҡан. Йыл артынан йылды оҙатып, яңыларын ҡаршылап йөрөй торғас, Иҙрис Әсхәл улы Ҡыш бабайы менән ҡуша олпатланып, 70 йәшенә лә етеп килә.
Ҡыш бабай малай саҡта...
«Һеҙҙең бала саҡта Ҡыш бабайҙар булдымы?» — тип һораным иң тәүҙә.
– Ҡыш бабай менән тәүге осрашыуым уҡырға төшкәс булды. Мин 1-се класты бөткәнсе Тирмән ауылында йәшәнек. Башланғыс мәктәп булды. Дүрт класта бөтәһе 10-12 бала уҡығандыр, беренселә мин бер үҙем генә инем. Мәктәпкә шыршы ҡуйып беҙгә байрам үткәрҙеләр. Ҡыш бабай тоғонан тәмлекәсте шунда тәүгә тәмләнем, — тип алыҫ бала саҡ хәтирә-ләрен һүтте Ҡыш бабай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала сағы гел татлы иҫтәлектәрҙән генә тормай Иҙрис Әсхәл улының. Малай дүрт йәшлек булғанда атаһы үлә. 24 йәшендә генә тол ҡалған әсәһенең ҡулында береһенән-береһе ваҡ өс бала — иң өлкәненә алты йәш, дүртенсеһе ҡарында. Хатта уны йәлләп кешеләр бер үҙеңә ауыр бит, берәүһен булһа ла балалар йортона бир, тип кәңәш итә. «Һәм гелән күҙҙәре миңә төбәлә торғайны: кесе туғандарым ныҡ бәләкәйҙәр, ә апайым әсәйемдең төп ярҙамсыһы. Беҙҙең беребеҙҙе лә үҙенән айырырға теләмәгән әсәйем шул кешеләрҙең һүҙенә бирелеп ҡуймаһын тип ҡурҡа торғайным. «Детдом» һүҙен теленә йыш алған бер инәйҙе яратманым», — тип дауам итте ул хәтирәләрен.
Иҙрис 2-се класҡа барған йылы ғаилә Асҡарға күсеп килә. Ә инде 5-се класҡа ул Өфөгә музыкаль тәрбиә биреү интернат-мәктәбенә (хәҙер Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия) уҡырға бара.
— Артыҡ музыкаль һәләттәр менән айырылып торғандарҙан түгел инем. Баш ҡаланан килгән белгестәр тулы булмаған йә күп балалы ғаиләләрҙән балаларҙы һайлап алды. Иптәшем Марселдең: «Әйҙә, барайыҡ! Хәтәр шәп интернат икән, унда велосипед та бар, асфальтта йөрөйҙәр, ти!» — тип тел шартлатып һөйләүенә ҡыҙыҡтым. Асфальт буйлап велосипедта йөрөргә яҙманы. Уҡыуы ауыр, дисциплина көслө ине. Хәрби оркестрҙар өсөн музыканттар әҙерләүгә йүнәлтелгән интернат-мәктәп ине ул ваҡытта. Бындай уҡыу йорттары бөтә Союз буйынса 15 кенә булған. Иң үҙәккә үткәне «дедовщина» ине. Барған ыңғайы туҡмаҡты әҙ алманыҡ. Илап хат яҙған иптәшемде әсәһе алып ҡайтып китте. Ә мин ҡалдым. Баҡтиһәң, Марселдең әсәһе беҙгә лә барған булған. Әсәйем: «Улай булғас, Иҙристе лә алып ҡайтығыҙ инде, иртәгә берәйһенән юллыҡ аҡса эҙләп биреп ебәрермен», — тип тороп ҡала. Һәм кемдәндер бурысҡа биш һум алып, китап араһына һалып тора. Апайым ул китапты сумкаһына һалып алып мәктәпкә китә. Ҡыҫҡаһы, бер 5 һум бөтә тормошомдо хәл итте. Ул мәлдә илап тороп ҡалһам да, яҙмышымдың шулай яҙылыуына рәхмәтлемен. Музыкаль тәрбиә биреү интернат-мәктәбе ғүмерлек яратҡан һөнәремә юл башы булды, — тип һөйләй мәктәптән һуң уҡыуын сәнғәт иститутының музыка факультетында дауам иткән, оркестр бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестрында башлаған, район мәҙәниәт бүлеге саҡырыуы буйынса 1980 йылда Асҡарға музыка мәктәбенә эшкә ҡайтҡан, шул мәлдән райондың тынлы оркестрын да етәкләгән, оҙаҡ йылдар мәҙәниәткә тоғро фиҙаҡәр хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән билдәләнгән Иҙрис Сәғәҙәтов.
Тик һуғыш ҡына туҡтаһын!
— Ҡыш бабай ролен башҡарыу йылдың бер мәле генә. Балалар Яңы йылды көткән шикелле, мин дә шул образымды һағынып бөтәм, — тип яуаплай Иҙрис Әсхәл улы «45 йыл буйы ялҡытманымы?» — тигән һорауыма.
Үкенескә күрә, И. Ә. Сәғәҙәтов етәкләгән район мәҙәниәт йортоноң халыҡ тынлы инструменттар оркестрының миссияһы районда үткәрелгән парадтарға, рәсми сараларға, байрамдарға тантаналы рух өҫтәү менән генә сикләнмәй. Музыканттар өсөнсө йыл дауам иткән махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егеттәрҙе һуңғы юлға оҙатыу митингыларында ла ҡатнаша. Тынлы оркестрҙы хатта күрше райондарҙан да матәм сараларына саҡыралар. Шундай ауыр бурысты үтәгән осорҙа психологик көсөргәнеште сисеү өсөн иң яҡшыһы изге Ҡыш бабай булып онотолоу, балалар ыңғайына уйнап-көлөү, күңелде ыңғай энергетика менән сафландырыу тип һанай оркестр етәксеһе.
— Хатта йыл әйләнәһенә Яңы йыл булһа ла, ялҡмаҫ инем, — тип фекерен дауам итә ул. — Тик һуғыш ҡына туҡтаһын!
Ҡыш бабай хәтирәләре
Биш кенә түгел, 45 былтырғы таныш бабайҙың хәтер янсығы бик тәрән һәм бай. Музыка мәктәбендә үткән тәүге иртәлектән һуң Ҡыш бабайҙы ул ваҡыттағы райсовет рәйесе Сәғит Ишбирҙин үҙенә саҡырта. «Тәк, ҡустым, һине шәп Ҡыш бабай тиҙәр», — тип һүҙҙе маҡтауҙан башлап, етәкселәрҙең «зәңгәр ут» кисәһенә ҡотларға килергә ҡуша. Унан район мәҙәниәт йортона өлкәндәр өсөн бал-маскарадҡа, автопарк хеҙмәткәрҙәренең корпоративына саҡыралар. Шулай башлана оҙаҡ йылдар дауам итәсәк Ҡыш бабайлыҡ тарихы.
Ҡыш бабайы менән бергә Иҙрис Сәғәҙәтовҡа төрлө ваҡыттарҙы — үҙгәртеп-ҡороу осорон да, СССР-ҙың тарҡалыуын да, баҙар иҡтисады шарттарына күсеүҙе лә, дефицит-инфляцияһын да, көрсөктәрен дә күреп-кисерергә тура килә. Заман йоғонтоһо Ҡыш бабайының серле тоғон бүҫкәрткән саҡтар ҙа була. Ул ғынамы, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ Иҙрис Әсхәл улын, мәҙәниәт өлкәһендәге яратҡан эшен ҡалдыртып, район юл ремонт-төҙөлөш ойошмаһына күсергә лә мәжбүр итә. Тәү сиратта ул ғаиләһен матди тәьмин итеүсе ир, атай кеше бит әле һуң! Байтаҡ йылдар ДРСУ-ла асфальт түшәү буйынса мастер булып хеҙмәт итә. Ләкин балаһылай яҡын күргән тынлы оркестрҙы, үҙе үҫтергән духовик-музыканттарҙы бер ҡасан да ташламай, кистәрен, ял көндәрендә улар менән шөғөлләнә. Ә инде Яңы йыл байрамы яҡынлашһа, яйын тура килтереп, Ҡыш бабай кейемен кейә.
Күптәрҙең хәтерендәлер, моғайын, элек маскарадтарҙа Яңы йыл тигән персонаж була торғайны. Яңы йыл етеүен символлаштырып ҡыҙылдан кейенгән, башлығына Яңы йыл тип яҙылған малай йәки ҡыҙыҡайҙы Ҡыш бабай иңенә күтәреп ултыртып залға алып инә, етәкләп йөрөтә торғайны. Йылдар ағышында ул яҡты персонаж юҡҡа сыҡты хәҙер. Иҙрис Әсхәл улы Ҡыш бабай булып күтәреп йөрөткән ана шул Яңы йылдар ҙа күптән ҙурайып, атай-әсәй булып бөткәндәр хәҙер.
— Элек Яңы йыл иртәлектәре ябай ғына үтһә лә, балалар ихлас инеләр. Хәҙер балалар араһында мөғжизәгә ышаныусылар һирәк. Әммә хәҙерге балаларҙың үткерлеге, үҙҙәрен иркен тотоуҙары оҡшай. Иртәлектә ҡуйған әкиәт сценарийҙары, персонаждар йыл һайын үҙгәреп торһа ла, уларҙың төп мәғәнәһе изгелектең яуызлыҡты еңеүен сағылдырыуға ҡайтып ҡала. Көнөнә иң күбендә 6-7 иртәлек уҙғарабыҙ, РДК-ла төп шыршы янында уйнайбыҙ, ауылдарға сығабыҙ һәм райүҙәктең боҙ ҡаласығында ла халыҡҡа байрам ойошторабыҙ. Мин Яңы йыл уттарын тоҡандырам, балалар менән уйнап-бейеп алам, шиғыр-йырҙарын тыңлайым, кәнфит таратам, — ти хәҙерге Ҡыш бабай.
Яңы йылды ҡаршылағандан һуң, каникул мәлендә лә боҙ ҡаласығы шыршыһы янында көн һайын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында саралар, уйындар уҙғарыла. Былтыр шул сара-ларҙың береһендә Иҙрис Сәғәҙәтов һаҡалын өйҙә онотоп ҡалдыра. Халыҡ йыйылған, байрам бына-бына башланырға тейеш. Ә Ҡыш бабай һаҡалһыҙ. Тиҙ генә ҡайтып килергә машинаһы туҡталҡала ҡамалып ҡалған. Нимә эшләргә? Ярай ҡатыны Гүзәл Әсләм ҡыҙының сослоғо, күршеләренең ярҙамы менән һаҡал мәсьәләһе уңышлы хәл ителә.
— Үәт, бабай, хәтер тигәнең! Грим тейеп буялғас, йыуырға ғына алып ҡайтҡайным, байрамды боҙа яҙҙым, — тип көлә ул.
Ошо урында Ҡыш бабайға ғаиләһенең мөнәсәбәте тураһында ла яҙып үтергә кәрәктер. Иҙрис ағайҙың йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән Яңы йыл образына өйҙә өйрәнеп бөткәндәр. Хәйер, ҡыҙы Ләйсән, ейәнсәрҙәре Имания менән Аделия атай-олатайҙарын тыуа-тыуғандарынан байрам ваҡытында изге, йомарт Ҡыш бабай итеп кенә күрергә күнеккән. Ҡыш бабайы янына Гүзәл апай үҙе лә Ҡарһылыу булып кейенеп алып, туғандарҙы байрам менән ҡотларға йөрөйҙәр, күстәнәстәр тараталар. Ҡыш бабай булыр өсөн дә ғаилә тылының ныҡ булыуы, өйҙә аңлап ҡабул итеүҙәре кәрәк. 45 йыл буйы Яңы йыл байрамында эшләү анһат түгел бер ҙә!
— Хоҙай һаулыҡтан айырмаһа, мин дә Ҡыш бабайымдан айырылмам, — ти И. Ә. Сәғәҙәтов. Амин, шулай ғына булһын!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.