Радий Фәрит улы шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар дәүләт хеҙмәтенә эшкә йәлеп ителәсәге хаҡында һөйләне. Бөгөн бер нисә районда МХО ветерандары депутат итеп һайланыуын, шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүҙәрен белдерҙе.
"Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәтебеҙҙә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк", - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
Район халҡы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Кемдер яугирҙәр өсөн кейем тегә, икенселәр окоп шәмдәре, үлән сәйҙәре, консервалар, йәшелсәләр әҙерләйҙәр, бәғзеләр маскировка селтәрҙәре үрә, аҡсалата ярҙам итә. Был изге эштән Таштимер ауылы биләмәһе халҡы ла ситтә ҡалмай.
Таштимерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ебәреү өсөн сираттағы ылауҙы әҙерләй. Ауылдың ир-егеттәре был юлы ла тимер мейестәре - "буржуйка"лар эшләгән. Уларҙы әҙерләүҙә ауылдың старостаһы Дамир Ҡужабаев, Сәғит Вәлиуллин, Фәнис Яҡупов әүҙемлек күрһәткәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә маскировкалау селәрҙәре үрә, тәмле күстәнәстәр әҙерләй. Эшҡыуарҙар ҙа ихлас ярҙам итә.
-Теләгән һәр кем дөйөм эшкә ҡушыла ала, ауылдаштарҙың күбеһе мөмкин булғанса финанс ярҙам итә. Шулай уҡ эш менән ярҙам итеүселәр ҙә бар, әгәр бер генә кеше лә ихласлығын күрһәтһә, һалдаттарға беҙҙең яҡтан ҙур өлөш индереләсәк. Ауылдаш батыр ир-уҙамандарға күстәнәстәребеҙ барып етер, уларға көс бирер тип ышанабыҙ һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ", - ти Таштимер ауылы биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Илүзә Ғәйнуллина.
Күптән түгел Таштимер ауылы биләмәһенә ҡараған Тупаҡ ауылы халҡы ике көн эсендә 45 мең һум аҡса йыйып, ауыл исеменән генератор һатып алып, уны махсус хәрби операция зонаһына ебәргәйне. Тупаҡтар шулай уҡ бергәләп 8 йәшник аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре йыйып, яугирҙәргә оҙатты. Гуманитар ылауҙы Таштимер ауылы биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев үҙе оҙатып барғайны.