Йәмғиәт
14 Декабря 2024, 04:43

Ҡот ҡайтарҙы ҡоролтай!

Әбйәлил делегаттарынан мөһим ҡор тураһында һораштыҡ.

Ҡот ҡайтарҙы ҡоролтай!Ҡот ҡайтарҙы ҡоролтай!
Ҡот ҡайтарҙы ҡоролтай!

Гөлзифа Ғафарова, район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе:

- Шундай мәртәбәле сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Ҡоролтайҙа ҡурайсылар ансамбленең сығышы миңә ныҡ тәьҫир итте,  халҡым менән ғорурланыу тойғолары кисерҙем. Шулай уҡ Ҡурай көнөн билдәләү, Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә Милли бейеү көнө буласағына ҡыуандым. Үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙ үҫешә, ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡылар һис юғалмаясаҡ, улар быуындан-быуынға артабан да тапшырыласағына иманым камил. 

Хәҙер рус ауылдарында ғына түгел, башҡорт ауылдарында ла балаларҙың теле русса асылыуы бер кемгә лә сер түгел. Ә ҡоролтайҙа Һиндостандан килгән йәш егеттең башҡортса аралашыуына шаһит булдым, шуға ла был юҫыҡта артабан  дәртләнеп эшләргә лә эшләргә тигән маҡсаттар менән ҡайттым. Район ағинәйҙәре мәктәптәргә, балалар баҡсаларына барып башҡорт телен һәм мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерергә тип ниәт иттем, артабан иһә был йүнәлештә эште әүҙем алып барасаҡбыҙ.

Ни тиһәң дә ҡоролтай башҡорт халҡы өсөн ҡот алып килде, яңы маҡсаттар билдәләнде, бары тик донъялар тынысланып китһен, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау йөрөһөн!

Рәсих Хәмитов:

Радий Хәбиров ҡәҙерле башҡорттарым, әлеге ауыр заманда миңә терәк булғанығыҙ өсөн рәхмәт тине. Был йөрәктән сыҡҡан һүҙ булды.

Миңә Радий Фәрит улының сығышынан бер әйбер иң мөһиме булды. Республика етәксеһе «ҡәҙерле башҡорттарым, әлеге ауыр заманда миңә терәк булғанығыҙ өсөн рәхмәт” тине. Был ысынлап та эстән, йөрәктән сыҡҡан һүҙ. Ул кисә генә йыллыҡ мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Бик күп пландарҙы билдәләне. Артабан да билдәләнгән курсты дауам итер өсөн әлеге ауыр заманда халыҡтың терәге кәрәк. Шул ваҡытта ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәп сыға аласаҡ.
Бөгөнгө заманда теләктәшлек, берҙәмлек ныҡ кәрәк. Күреп тораһығыҙ, сит яҡтарҙан да, хатта эстән дә баҫым көслө. Үҫеш, тотороҡлоҡ нигеҙе – берҙәмлектә генә.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас