Һаҡ булығыҙ – грипп А!!!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2024, 16:26

«Арала мөхәббәт барҙа, һынмаҫ рухыбыҙ»

Барыһы ла ғаиләнән башлана. Килешәһегеҙме? Тәрбиә, йолалар, донъяға ҡараш һәм башҡа төшөнсәләр тап ғаиләнән баш ала. Ата-әсәгә ҡарап бала донъяны танып-белергә өйрәнә, фекерләү ҡеүәһен арттыра, ерен, илен яратырға өйрәнә. Шундай ғаиләләрҙең береһе Үтәгән ауылында йәшәй. Рәсилә менән Ришат Хәмиҙуллиндар өс бала тәрбиәләп, матур итеп донъя көтә.

«Арала мөхәббәт барҙа, һынмаҫ рухыбыҙ»
«Арала мөхәббәт барҙа, һынмаҫ рухыбыҙ»

— Шундай шәп ғаиләләр бар беҙҙә. Ире Украинала булһа ла, һыр бирмәй донъя көтә ул беҙҙең Рәсиләбеҙ, — тип ҡаршы алды беҙҙе Үтәгән ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Йәһүҙина. — Рәсилә һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп йәшәй, эшкә лә шәп. Был ғаиләлә мөхәббәт, аңлашыусанлыҡ хөкөм һөргәнен ир менән ҡатындың бер-береһенә булған мөнәсәбәтенән дә аңларға була.
Үтәгән ауылының Хәснә һәм Рәжәп Хәмиҙуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып тәрбиәләнгән Ришат ағай Һәйетҡол ҡыҙын 2016 йылда кәләш итеп алып ҡайта. Рәсилә апайҙың тәүге никахынан эйәреп килгән Алтынай ҡыҙын да үҙенең ҡыҙы кеүек үҙ итә ғаилә башлығы.
Йәштәр ғаиләһендә Алтынайға иш булып, бер-бер артлы Раян һәм Нияз исемле малайҙар тыуа. Алтынай әле 4-се класс уҡыусыһы. Раянға 6 йәш, ул Амангилде ауылының балалар баҡсаһына йөрөй. Малай үҫкәс, полиция хеҙмәткәре булырға хыяллана. Уның яратҡан уйындары, ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һорашҡас, оялып ҡына: «Миңә балалар баҡсаһында машина уйнарға оҡшай», — тип яуап бирҙе. Ә кескәй Ниязға ни бары 2 йәш, Рәсилә апай кесе улы менән әле декрет ялында, ул урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
— Алтынай ҡыҙым ҙурайғанда, өйҙә яңынан сабыйҙар тауышы сыҡҡас, һөйөнөп бөтә алманым. Балаларымдың бәхете өсөн барыһын эшләргә кәрәк икән, йәнемде бирергә лә әҙермен, — ти Рәсилә апай.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Ришат Рәжәп улы ла яҡшы һәм балалар күңеленә юл таба белгән атай ул. Әсә кеше иһә ғаиләлә атай ролен үҫтерә белә. Малайҙарҙы тәрбиәләүгә лә артыҡ ҡыҫылмай, быны атай кешегә ышанып тапшырған.
Ләкин ғаилә башлығы уҙған йылдың август айында Украина тарафтарына үҙ теләге менән хеҙмәткә юлланған.
— Уға тиклем дә тормош иптәшем хәрби комиссариатҡа барып контракт төҙөгән ине. «Шундағы ыуыҙ ғына килеш ҡатнашҡан йәш егеттәрҙе йәлләйем, беҙҙең исмаһам ғаиләләребеҙ, артыбыҙҙан ҡалыр нәҫелебеҙ бар» тип аңлатҡан. Быны белгәс, үҙем хәрби комиссариатҡа барып, ғариза яҙып уны алып ҡалғайным. Икенсе юлы миңә китер алдынан ғына был турала әйтте, — тип бәйән итте яугир ҡатыны.
Ришат Рәжәп улы МХО-ға киткәнгә тиклем Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй, әммә күңеле ҡушыуы буйынса яугир яҙмышын һайлай. Алмаз Сафин исемендәге батальонда водитель-механик булып хеҙмәт итә. Луганск өлкәһенең Кременная йүнәлешендә йөрөй. Буранғол урман хужалығында эшләп киткәнгә, позывнойҙы «Лесник» тип алған.
— Гуманитар ылау килеп етә, ти. Былтыр үҙебеҙҙең Амангилде ауылы егеттәре алып барҙы, шунда ла күп итеп күстәнәстәр ебәрҙек. Ә былай ялға ҡайтып киткән иптәштәре аша ла ебәргеләйбеҙ, — тип бәйән итте Рәсилә апай. — Көн һайын интернет селтәре аша яҙышып торабыҙ. Шөкөр, көн дә бәйләнешкә сыға былай, шуға күңел тыныс.
Бәләкәй йортта йәшәп ятҡан күп балалы ғаиләгә ҙур йорт та кәрәк. Ғаилә башлығы алғы һыҙыҡта булғас, өйҙө төҙөтөп бөтөрөү эштәре лә ҡатын иңенә ятҡан. Ауыл ере булғас, хужалыҡта ир ҡулы ла кәрәк. Бындай эштәрҙә яугир ҡатынына атаһы, ҡайныһы, бер туған ҡустыһы Салауат ярҙамға килә.
— Ни эшләтер булһам да, атайыма, ҡайныма, ҡустыма мөрәжәғәт итә инем. Ҡустым өйҙө эшләште, утынымды бысып, ярып та бирҙе. Уны әрме хеҙмәтенә алдылар. Ҡайным былтыр октябрь айында баҡыйлыҡҡа күсте. Ришат Украинала саҡта күҙ терәп торор атайым ғына ҡалды, — тип бойоғоп алды ҡатын. — Алтынайым ҡул араһына инеп эшкинде. Мин мал-тыуар араһына сыҡҡанда, ҡустыларын ҡараша, аш-һыу янында ла ярҙам итешә.
Тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй ул гүзәл зат. Тимер атты ла етәкләгән, райүҙәктәге бөтә йомоштарын да үҙе үтәй. Раянды Амангилдегә балалар баҡсаһына ла иртәнсәк илтеп ҡуя, кисен барып ала.
Яратҡан кәләшен, ҡыҙын, улдарын һөйөндөрөп, Ришат ағай октябрь айында 16 көнгә ялға ҡайтып киткән. Ут, ҡурҡыныс аҫтында йөрөгән аталарын күреүҙән дә олораҡ бәхет булмағандыр балаларға.
— Арала мөхәббәт, бер-береңә ҡарата тоғролоҡ барҙа, рухыбыҙ һынмаҫ. Бер теләгем: тиҙерәк һуғыш бөтһөн, улдарын көткән яугир әсәләренең, һөйгәндәрен көткән һалдат ҡатындарының өмөттәре өҙөлмәһен ине. Балаларым бәхете хаҡына иптәшем дә иҫән-һау йөрөһөн, — тип тамамланы әңгәмәне яугир ҡатыны.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: