Әбйәлил бар яҡтан өлгөлө, тырыш ғаиләләре менән дан тота. Улар үҙ көстәре менән ныҡлы донъя ҡороп, балалар үҫтереп, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәйҙәр. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина фестивалде асып, уның маҡсатын аңлатты.
— Ғаилә йылы тамамланып та килә. Беҙ йыл дауамында төрлө саралар уҙғарҙыҡ, татыу, берҙәм ғаиләләрҙе күрһәтергә тырыштыҡ, — тине Элиза Акрам ҡыҙы. — Һәр ғаилә — ул айырым дәүләт кеүек һәм уларҙың үҙенең йәшәү рәүеше, бәхет серҙәре бар. Бер-береһен ихтирам иткән, балаларҙы тәрбиәләүҙә икеһе лә яуаплылыҡ тойған парҙар ғына тормош баҫҡыстарын лайыҡлы үтә һәм бәхетле йәшәй. Бөгөн беҙ таныштырасаҡ ғаиләләр ауылдарҙың тотҡаһы, йәме булып торалар.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов фестивалгә килеүселәрҙе тәбрикләне.
— Беҙҙең районда булдыҡлы, бар яҡтан талантлы, шәп ғаиләләр йәшәүе ғорурлыҡ. Ул-ҡыҙҙарына яҡшы тәрбиә, лайыҡлы белем бирергә тырышалар. Ата-әсәләре өлгөһөндә балалары ла ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы белеп үҫә, шулай уҡ, әүҙем, дәртле, сәмле була. Ғаиләләр ныҡ икән, беҙҙең республика, ил дә ныҡ буласаҡ, — тип билдәләне Вил Әсғәт улы.
«Ярҙам» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Рәйлә Ғүмәрова ойошма эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
— Беҙҙең үҙәктә социаль-көнкүреш, медицина, психологик хеҙмәттәр күрһәтелә. Әлеге ваҡытта район буйынса 450 кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Тағы ла үҙәк ҡарамағында махсус хәрби опера-цияла ҡатнашыусылаҙың 23 ғаиләһе тора, — тине Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы. — Президент гранты ярҙамында асылған реабилитация сараларын прокатка биреү пункты эшләй. Реабилитация саралары ваҡытлыса файҙаланыуға бушлай бирелә.
Сара барышында «Ғаилә» хеҙмәте белгестәре И. А. Шәмсетдинов һәм А. Р. Боҫҡонова ғаиләләргә юридик һәм психологик мәсьәләләр буйынса консультация бирҙе, уларҙы борсоған төрлө һорауҙарға яуап ҡайтарҙы.
«Ғаилә бәхете баҫҡыстары» фестивалендә өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов сәхнәгә саҡырылған ғаилә парҙарына район хакимиәтенең грамоталарын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Байым, Ташбулат һәм Таштимер биләмәһенән утыҙға яҡын ауылдан килгән илленән ашыу ғаилә тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтелде. Ысынлап та, һоҡланырлыҡ ғаиләләр йыйылғайны. Иң тәүҙә сәхнә түрен Байым ауыл биләмәһенән килгән матур парҙар биләне. Байымдан Зифа һәм Мөхәмәт Фәтхуллиндар, Миләүшә һәм Ғамир Үтәрбаевтар, Иҫке Балапандан Миңзәлә һәм Рәйес Рәхимовтар, Яңы Балапандан Илүзә һәм Юлай Мөхәмәҙиевтар, Мораҡай ауылынан Ғәлиә һәм Ғәдим Кинйәбаевтар, Туйыштан Рита һәм Зәкир Махийәновтар, Рәхмәттән Әминә һәм Ришат Әғзәмовтар саҡырылды. Туйыш ауылынан дүрт ейән-ейәнсәрен тәрбиәләгән оло йөрәкле өләсәй Гөлнәзирә Махийәнова көслө алҡыштарға күмелде.
Байым ауыл биләмәһендә күп бала тәрбиәләгән йәш ғаиләләр ҙә күп. Ғәбдиндән Нурсилә һәм Нәзир Хөснуллиндар, Йәнекәйҙән Гөлгөнә һәм Илгиз Нафиковтар, Яйҡарҙан Фәнилә һәм Ирек Сабитовтар, Аһылайҙан Зөһрә һәм Ғәзинур Сабитовтар тәбрикләнде.
Ташбулат биләмәһендә өлгөлө парҙар күп. Сәхнәгә ярты быуаттан ашыу татыулыҡта ғүмер кисергән өлгөлө ғаиләләр — Ташбулаттан Гәүһәр һәм Ғәлим Бадаловтар, Айыуһаҙынан Земфира һәм Камил Ишкилдиндар, Нияҙғолдан Гөлсирә һәм Салауат Һибәтуллиндар, оҙаҡ йылдар бергә йә-шәгән Теләштән Йәнбикә һәм Батыр Ялаловтар, Ташбулаттан Кәримә һәм Ғәзиз Билаловтар, Мөнир һәм Гөлшат Ғизетдиновтар, Геологоразведканан Өлфә һәм Вәзих Садиҡовтар, Айыуһаҙынан Зәйтүнә һәм Фирғәт Арғынбаевтар, Бикҡолдан Фәймә һәм Әсғәт Баязитовтар, Сулпан һәм Таһир Баязитовтар саҡырылды.
Ташбулат ауыл биләмәһендә тырыш, сәмләнеп донъя көткән йәш ғаиләләр байтаҡ. Гөлнара һәм Рәмзил Мирсаевтар, Сәүиә һәм Илдар Зариповтар (Ташбулат), Гөлсинә һәм Нәжип Шәрәфетдиновтар (Нияҙғол), Рита һәм Ҡасим Хафизовтар (Күсем), Миңлегөл һәм Илдар Зариповтар (Геологоразведка), Раушания һәм Наил Сәғәҙәтовтар (Күсем), Дилә һәм Айнур Ғайсиндар (Айыуһаҙы), Илсиә һәм Айнур Ялаловтар (Теләш), Ләйсән һәм Ринат Билаловтар (Күсем), Оксана һәм Азат Мөхәмәтйәновтар (Геологоразведка), Линара һәм Фәнис Бараковтар (Бикҡол) бүләкләнде.
Фестивалдә Таштимер ауыл биләмәһенән саҡырылған абруйлы, ауыл тотҡаһы булған ғаиләләр — Йәлембәттән Ғәлиә һәм Самат Зәйнуллиндар, Диләфрүз һәм Аҙнабай Ишкининдар, Ҡужандан Миңлегөл һәм Сибәғәт Шафиҡовтар, Мәүлиҙә һәм Ансар Рамаҙановтар, Салауаттан Баҙыян һәм Рафиҡ Шәйәхмәтовтар, Әбйәлил ауылынан Сәриә һәм Зәйнетдин Арғынбаевтар, Зөһрә һәм Әнисәр Йәрмөхәмәтовтар, Михайловканан Нәзилә һәм Иркәбай Ғиниәтовтар, Ҡужандан Рәйсә һәм Ансар Ғәлиндар, Таштимерҙән Сәриә һәм Хәйҙәр Хызыровтар, Тупаҡтан Нәйлә һәм Ишбулат Таһировтар хөрмәтләнде.
Биләмәнең шәп йәш ғаиләләре — Әлиә һәм Илфат Әҡсәновтар, Лилиә Харрасова менән Илнур Әхтәмов (Тупаҡ), Динара һәм Рәфис Шаһыбаловтар, Гөлнара Бигушова менән Вәйес Солтанов (Йәлембәт), Гөлсиә һәм Рәүеф Аҡсуриндар, Айһылыу һәм Илдар Ғөбәйҙуллиндар (Салауат), Гөлназ һәм Азат Солтановтар (Ҡужан), Люциә һәм Илнур Ғайсиндар (Михайловка) маҡтау һүҙҙәренә һәм бүләктәргә лайыҡ булды.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Бикҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Зөлфиә Цветкова, Йәлембәт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзаһы Ләйсән Тажиева, Яңы Һамар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рәмзиә Әғзәмова, Салауат ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Айһылыу Ғөбәйҙуллина, Тупаҡ ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлсөм Хәйҙәрова, Ташбулаттың ағинәйҙәр ҡоро ағзалары Һылыу Нәҙершина менән Рәйлә Ирназарова, Теләш ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Дилбәр Бәшәрова, Яңы Балапан ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Дилә Рәхимова, Мораҡай ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Гөлсәсәк Вәлиева, Байым ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Таңһылыу Мансурова, Байым ауылының ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Рәүиә Ғәликәйева менән Ташбулат ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Нәйлә Ғүмәрова район башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Фестивалде әҙерләү һәм үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн Элиза Ҡунафина бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ташбулат, Байым һәм Таштимер ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре Дилә Ғәлимова, Гөлсинә Әғзәмова менән Шәрифә Иҙрисова, Тупаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Айгөл Йыһангирова, Йәлембәт ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Гөлсөм Абсаҙиева, Яңы Һамар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Асия Килдейәрова, Йәлембәт ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зилә Мырҙабулатова, Ҡужан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Диләфрүз Ғибәҙуллина, Йәлембәт ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Ғәлиә Зәйнуллина, Ташбулат фольклор ансамбле ағзаһы Гөлйемеш Байдәүләтова, Ташбулат ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Гүзәл Байсанова, Ташбулаттан әүҙем йәмәғәтсе Зинира Фәтхуллина, Ҡужандан ағинәй Миңлегөл Шафиҡова, Мораҡайҙан ағинәй Зәмирә Фәтхуллина һәм сараны матур итеп алып барыусы, Ташбулат клубы китапханасыһы Гөлнара Камалова билдәләнде.
Һәүәҫкәр коллективтарҙың, йырсы һәм бейеүселәрҙең сығыштары, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр, ҡул эштәре күргәҙмәһе сараны йәмләне. Фестивалдең штандарты Красная Башкирия, Дәүләт, Йәнгел ауыл биләмәләренә тапшырылды.