Йәмғиәт
20 Декабря 2024, 12:05

Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!

Еңеү яҙҙары алыҫлашҡан һайын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу ҡаһармандарының сафы һирәгәйә бара. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын районда ни бары ике яугиргә ҡаршыларға яҙҙы. Йолаға әйләнгән күркәм ғәҙәт буйынса 9 Май алдынан ветерандар йәшәгән йорттар ҡаршыһында байрам сараһы һәм парад ойошторолдо.

2020 йылда коронавирус арҡаһында Еңеүҙең 75 йыллығын киң билдәләй алманыҡ. Шул ваҡытта бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалған фронтовик апаларҙың күңелен күреү маҡсатында район етәкселеге уларҙың өйҙәре алдында ҙур булмаған парад үткәреү әмәлен тапты: район һәм биләмә башлыҡтары тәбрикләне, тынлы оркестр ауылдан ауылға күсеп йөрөп еңеү көйҙәрен  уйнаны. Шул сараһыҙҙан күрелгән сара йолаға әйләнде. Ни тиһәң дә, 90 йәште үткән апаларҙың сәләмәтлек хәле төрлөсә булып китә, уларҙың район үҙәгендә уҙған төп байрамға килеүҙәре икеле хәҙер.
Байрам саралары һуғыш ветерандары йәшәгән Мәхмүт һәм Ҡаҙмаш ауылдарында уҙҙы. Яугир ауылдаштарына, шулай уҡ оло еңеүҙе яулауға өлөш индергән ғаилә геройҙарына хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән митингыға был ауылдар халҡы атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен күтәреп сыҡты, мәктәп уҡыусылары йыйылды. 
Мәхмүт ауылында йәшәүсе Ҡотлогилде апа Төхвәтуллин байрам көнөн йылдағыса тулҡынланып көтөп алған. Бер айҙан, Алла бирһә, 98 йәшен тултырасаҡ ҡарт яугирҙең күҙҙәре күрмәһә лә, иҫ-аҡылы теүәл. 
— Атайым көн дә: «Бөгөн нисәһе булып китте?» тип һорап дөрөҫ иҫәп алып бара. «Беҙҙең көн етеп килә», тип апрель айынан йөрәкһей башланы. 1945 йылдың яҙын яҡшы хәтерләй. Дошманды өңөнә тиклем ҡыуып, Бөйөк Еңеүҙе ул Берлинға 70 саҡрым ғына етмәй ҡаршылаған, — тине ҡыҙы Зөбәйлә Сәйфуллина. 
Ветеран алты йыл инде ҡыҙының тәрбиәһендә йәшәй. Зөбәйлә апай атаһын бала кеүек ҡарай. Апа ҡәҙер-хөрмәттә, йылы һәм таҙа йортта бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Сәләмәтлегенә зарлан-май, ара-тирә һуғышта алған яралары ғына һыҙлап ала ти. Ҡыҙы уколдар һалып, дарыуҙар эсереп бирешергә бирмәй.  Байрам алдынан ветеранды табиптар килеп ҡарап киткән.  
— Еңеүҙең 79-сы яҙын оло ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡотлогилде Ғәфиәт улы, һеҙҙең менән бергә ҡаршы алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов байрам митин-гыһын асып. — 9 Май — илебеҙ тарихында бөйөк әһәмиәткә эйә хәл иткес көндәрҙең береһе, немец илбаҫарҙарын еңеп, азатлыҡ яулаған көн. Еңеү хаҡы ҙур юғалтыуҙар менән түләнгән. Олатайҙар-ҙың ҡаһарманлығы хаҡында илебеҙҙең киләсәктә тыуасаҡ граждандары ла онотмай, ғорурланып, миллиондарса ҡорбандар менән яуланған тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә тейеш. Ҡотлогилде апа, һеҙгә ошо байрамға мәртәбә өҫтәп, иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла күп йылдар Еңеү көнөн ҡаршыларға яҙһын! Рәхмәтлебеҙ, һиңә, ветеран!
Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары яугир олатайға бағышлап әҙәби-музыкаль композиция менән сығыш яһаны. Парадҡа теҙелгән уҡыусылар башҡарыуындағы «Шайморатов генерал» йырын сараға килеүселәр дәррәү күтәреп алды. 
Ветеран йорто алдындағы Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына бағышланған парад менән райондың хәрби комиссары М. В. Гребенщиков етәкселек итте. Әйткәндәй, парадта Мәхмүт, Әбделмәмбәт балаларынан тыш, Хәлил, 1-се Асҡар урта мәктәптәре уҡыусылары һәм райондың халыҡ тынлы инструменттар оркестры ҡатнашты. Тигеҙ сафтарға теҙелгән колонналар ветеран йәшәгән урам буйлап уҙҙы. Сара шанлы һуғыштың тере шаһиты — еңеү һалдаты менән бергә иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.
Ҡаҙмашта йәшәүсе һуғыш ветераны Ишҡол апа Мәхмүтов, шөкөр, теремеклеген ташламаған. Ул быйыл да Еңеү көнөндә үҙ аяҡтарында Асҡарға байрамға килеп ҡайтты. Хоҙай уны ошо шәплегенән айырмаһын! Шулай ҙа апа өйө алдында, тирмәһенә тиклем ҡороп, ҙур байрам үткәреүҙәренән дә бик ҡәнәғәт ҡалды. Ҡаҙмаш урта мәктәбе янынан ҡуҙғалған «Үлемһеҙ полк» сафы ла төп урамдан үтеп ветеран йәшәгән йорт алдына теҙелде. 
Бында ла шиғырҙар, йыр яңғыраны. Район башлығы И. Т. Нафиҡов тыныс күк  йөҙөн бүләк иткән яугиргә изге теләктәрен юлланы, артабан да беҙгә үрнәк булып оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, еңеүле майҙар һеҙҙең өсөн тағы ла тыуһын әле, тине ул.  Артабан Илдар Таһир улы уҡыусы балаларға мөрәжәғәт итеп, Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтҡан олатайҙар ҡаһарманлығын, данлы геройҙарыбыҙ Таһир Кусимовты, Ғәбдрәүеф Дәүләтовты, Григорий Васевты  онотмаҫҡа, батырҙар ейәндәре булыуҙарын һәр саҡ иҫтә тотоп, улар исеменә тап төшөрмәй, ғорурланып йәшәргә, тырышып уҡырға һәм илһөйәр булып үҫергә саҡырҙы. 
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Хәмзә улы хөрмәтенә арналған парадта Ҡаҙмаш, Амангилде мәктәптәре уҡыусылары һәм Т. Кусимов исемендәге гимназия кадеттары ҡатнашты. Уларҙы хәрби марш көйҙәре менән район мәҙәниәт йортоноң тынлы инструменттар оркестры оҙатты.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас