Ташбулатта хоккей майҙансығы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2024, 08:40

Демографияны яҡшыртыу өҫтөнлөклө маҡсат

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә йылына йомғаҡ яһау тантанаһында ҡатнашыусыларҙы ҡотланы.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ул унда, демографик хәлде яҡшыртыу, рәсәй ғаиләләренең именлеген күтәреү өҫтөнлөклө дөйөм милли маҡсат, тип билдәләне. "Демографик хәлде яҡшыртыу, рәсәй ғаиләләренең именлеген күтәреү – беҙҙең өҫтөнлөклө дөйөм милли маҡсатыбыҙ. Уҙып барған йылда ғаиләнең абруйын күтәреү һәм статусын нығытыу өсөн күп эштәр башҡарылды. Ғаилә нигеҙҙәрен, әсәлек һәм аталыҡ мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса талап ителгән мөһим  эште мотлаҡ дауам итергә һәм күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүлергә кәрәк", - ти В. Путин. Президент билдәләүенсә, өйҙә баланың шәхесе һәм донъяға ҡарашы формалаша, “яҡындары, балалары һәм ата-әсәләре хаҡында хәстәрлек күреү, Ватанға һөйөү тойғоһон тәрбиәләү" кеүек ҡаҡшамаҫ әхлаҡи йүнәлештәр һалына. Сөнки ҙур һәм берҙәм ғаилә – ил, йәмғиәт, кешелек өсөн ҡеүәтле нигеҙ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: