Яңы йыл каникулдары ваҡытында имен булмаған ғаиләләр, "байрам итергә яратҡан"дар район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарының, ауыл Советы депутаттарының күҙәтеүе аҫтында. Алкоголь эсемлектәр менән мауыҡҡан ғаиләләргә беркетелгән активтар көн һайын тиерлек уларға бара, рейдтарҙа йөрөй. Улар менән әңгәмәләшәләр, аңлаталар, иҫкәртәләр, уларҙы бер аҙ булһа ла аңына килтерергә тырышалар, әммә халыҡ мәҡәлендәгесә "Кәк(е)рене ҡәбер генә төҙәтә". Әйтеүҙәр һәм иҫкәртеүҙәр күп осраҡта бушҡа ғына.
Гусев ауыл биләмәһе буйынса ла рейдтар көн дә үткәрелеп тора. Мәҫәлән, кисә Гусев ауылында йәшәгән ҡатын һаман да айыға алмағанға, балаларын ҡарамағанға күрә, ауыл биләмәһе башлығы һәм урындағы актив эскән ҡатынды наркология бүлегенә алып барып һалғандар. Ә балаларын "Ирәндек" лагерына оҙатҡандар.
- Бер үк төрлө "герой"ҙарҙан, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнмәгән, "уйланып, аҡылға ултырыр" тигән өлкәндәрҙе дөрөҫ юлға баҫтырыуҙан арып та бөткәнбеҙ. Башҡаларға ғибрәт булһын ине ошондай ғаиләләр, - тине Шәрифйән Садиҡ улы.