Йәмғиәт
5 Ғинуар 2025, 05:08

Алты асҡыс — алты яҙмыш

Кешеләр нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Яңы йылдан мөғжизәләр көтә. Һәм быға ышандырып, ҡайсаҡ иң изге теләктәр тормошҡа ашып та ҡуйыусан. Байрам алдынан шундайыраҡ бер ҡыуаныслы ваҡиға булды — районда алты йәш кеше фатир алды.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етемдәргә балалыҡтан сығып үҙаллы тормош башлар мәлдәрендә дәүләт программаһына ярашлы торлаҡ бирелеүе улар хаҡында ҙурайғас та хәстәрлек күреүҙең билдәһе. Дәүләтебеҙ бала һәм ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлауға ҙур иғтибар бүлә. Әбйәлил районы хакимиәте эшмәкәрлегендә лә ул өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. МХО барған ҡатмарлы заманға ҡарамаҫтан, 2024 йылда ла район етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән маҡсатлы эшләне. Һәм сират буйынса һуңғы төркөм йәштәр тап Яңы йыл алдынан ҡулдарына үҙ йорттарының асҡыстарын алды. 
— Торлаҡлы булыу — тормошта һәр кеше алдында торған беренсе сираттағы мәсьәләләрҙең, дөрөҫөрәге, маҡсаттарҙың береһе ул. Баш осонда ҡыйыҡлы булмай тороп, башҡа пландар ҡороу урынһыҙ кеүек. Сөнки ғаилә, балалар тигән төп ҡиммәттәр, әлбиттә, йәшәү урыны, өй менән бәйле. Фатир алыусыларға үҙ нигеҙҙәрендә бәхет табып, ғаилә ҡороп, балалар үҫте-реп, татыу тормош көтөргә яҙһын. Был асҡыстарҙы райондан һәм республикабыҙҙан Яңы йыл бүләге итеп ҡабул итегеҙ, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов ҡотлау телмәрендә. Документ, финанс эштәренән башлап бөтә уңайлыҡтары булған йорт әҙер булғанға тиклемге оло эште атҡарып сыҡҡан хеҙмәт төркөмөнә — хакимиәттең архитектура һәм төҙөлөш бүлегенә, төҙөүселәргә һәм социаль блок хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе башлыҡ.
Надежда Понаморева, Рәзиф Мөхәмәҙиев, Рәзиф Әхмәтғәлин, Айбулат Муллағолов, Фәнзил Ҡужахмәтов һәм Лиана Мәһәҙиеваға фатир асҡыстары менән бергә төҙөүселәрҙән көнкүрештә кәрәкле бүләк тә тапшырылды. Йәл, уттай ҡыҙыу эш ваҡытында йәштәрҙең байтағы тантанаға шәхсән үҙҙәре килә алманы. Хәлилдән Айбулат Муллағолов, мәҫәлән, әлеге ваҡытта Севастополдә һалдат бурысын үтәй. 
— Улай тиҙ генә булыр тип көтмәгәйнек. Кисә Айбулаттан һөйөнсө алдыҡ. Ныҡ ҡыуанды, видеобәйләнеш аша оҙаҡ ҡына һөйләштек, ­— тине егеттең  опекуны, 2011 йылда өс бер туғанды тәрбиәгә алған оло йөрәкле инәйҙәре Рәсимә Яуышева. 
Силәбе өлкәһендә вахтала йөрөгән Рәзиф Әхмәтғәлиндың фатир асҡысын бер туған апайы Земфира Ғәбитова алды. Сығы-шы менән Рауил ауылынан булған егет Асҡар балалар йортонда тәрбиәләнгән. «Ошо көндәрҙә ҡустым ялға ҡайта. Яңы йыл байрамын үҙ йортонда ҡаршылаясаҡ», — тип һөйөндө апайы.
Йәштәргә бирелгән ике фатирлы йорттар район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә урынлашҡан. Уларҙы һыналған даими төҙөүселәр Азамат Тутаев һәм Сабир Ғилманов һалған. Яңы йорттарҙа яҙмыш китабы өр-яңы биттән яҡты, яҡшы хәрефтәр менән генә яҙылһын. Ҡайғы-хәсрәт, бәхетһеҙлек ишек ҡаҡмаһын!

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас