Һаҡ булығыҙ – грипп А!!!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар , 09:20

"Алға"ның инвестпортфеле 62 миллиард һумдан ашҡан

Башҡортостанда 2024 йылда өс компания «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденты статусын алған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Алға"ның инвестпортфеле 62 миллиард һумдан ашҡан
"Алға"ның инвестпортфеле 62 миллиард һумдан ашҡан

Резиденттарҙың дөйөм һаны 24-кә тиклем артҡан, ә инвестициялар күләме 62,4 миллиард һум тәшкил иткән. Проектҡа ярашлы уларҙы тормошҡа ашырғанда 3,1 мең эш урыны булдырыу планлаштырыла. ОЭЗ-дың идара итеүсе компанияһы булып төбәк үҫеш Корпорацияһы сығыш яһай. Былтыр резиденттар иҫәбенә “Поревит. Өфө” 2,6 миллиард һумлыҡ, тротуар плиткаһы һәм төҙөкләндереү элементтары етештереү буйынса проект менән, “Төҙөлөш материалдары комбинаты. Өфө” ЯСЙ 2 миллиард һумға газ-бетон блоктар сығарыу проекты һәм 928 миллион һумға аккумуляторҙар етештереү өсөн сепараторҙар сығарыу проекты менән «1АК-Сепаратор» ЯСЙ ингән.

        2024 йылдың ғинуар—сентябрендә махсус зона резиденттары үҙ проекттарына 2,1 миллиард һум инвестициялай һәм 13 эш урыны булдыра. АЭЗ ойошторолғандан алып бөтәһе 8,1 миллиард һум инвестициялана һәм 961 эш урыны булдырыла. Бөгөн махсус зонала алты резидент: «Аркада» компанияһының эш кейеме етештереү фабрикаһы, «ЗуР» компанияһының светодиодлы продукция етештереү заводы, «Заспорт» спорт кейеме етештереү фабрикаһы, «Амкодор-Ағиҙел» компанияһының игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү заводы, «Уфимец» заводы электр ҡорамалдары етештереү эшмәкәрлеген башлаған.  

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: