Һаҡ булығыҙ – грипп А!!!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар , 09:30

Балалар авиабилеттарына 50 процент ташлама ҡаралған

Рәсәйҙең бөтә авиакомпаниялары 10 ғинуарҙан балалар билеттарына 50 процент ташлама бирәсәк.  #Владимир Путин

РФ президенты Владимир Путин 19 декабрҙә тура бәйләнеш ваҡытында хөкүмәттән һәм авиакомпанияларҙан 14 ғинуарға тиклем күп балалы ғаиләләргә осоштарға льготалар биреү мәсьәләһен көйләүҙе һораны.

     Транспорт министры Роман Старовойт Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, төп ташыусылар ташлама биреү буйынса сараларҙы декабрь аҙағында уҡ тормошҡа ашырған, 10 ғинуарҙан ҡалған бөтә авиакомпаниялар 50 процент ташлама менән эшләйәсәк.

       2025 йылдың 1 ғинуарынан дөйөм пассажирҙар ағымының 95 процентын ташыусы 23 эре авиакомпания 12 йәшкә тиклемге балаларға тейешле ташламалар индергән. 2 йәшкә тиклемге балалар ил эсендә 100 процент ташлама һәм 90 процент менән сит илгә урынһыҙ билет һатып алғанда ҡуллана ала.  Калининградтан һәм Алыҫ Көнсығыштан субсидияланған рейстарға билет һатып алғанда 12 йәшкә тиклемге балаларға 25 процент ташлама бирелә. Транспорт министры әйтеүенсә, 1 ғинуарҙан 260 меңдән ашыу бала 50 процент ташлама менән осош яһаған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: