Был турала Башҡортостан иҡтисадының кадрҙар менән тәьмин итеү тармағы буйынса Координация комитетының ултырышында алдағы йылдарға күҙаллауҙар тураһында әйтелде.
-2024 йылда камиллаштырылған платформала анкеталауҙы республиканың 13 меңдән ашыу ойошмаһы үтте. Уларҙа эшләүселәрҙең дөйөм һаны 617 меңдән ашыу. Был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк. Эш биреүселәрҙе йәлеп итеү республика буйынса кадрҙарға һорау буйынса аналитиканы деталләштерергә мөмкинлек бирә, - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Киләһе өс йылда кадрҙарға иң ҙур һорау түбәндәгесә буласаҡ: машиналар төҙөү тармағына 22 мең эшсе, информатика һәм иҫәпләү техникаһы өлкәһенә 15,7 мең белгес, төҙөлөш техникаһы һәм технологияһына 15,7 мең оҫта, ауыл, урман һәм балыҡсылыҡ хужалығына 12,5 мең эшсе, геология, тау эше, нефтегаз һәм геодезия тармағына 11 мең белгес кәрәк буласаҡ. Кадрҙарға һорауҙы күҙаллау белем биреү биреү ойошмалары тарафынан ҡабул итеү һандарын билдәләгәндә лә иғтибарға алына.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.