Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Әйтәйек, 2025 йылдың башына хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 7 меңдән ашыу балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. 10 меңдән ашыу уҡыусы һәм колледж студенттары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән, ә 562 бала республика колледждарында уҡыуға сертификаттар һәм уның хаҡын компенсациялау сараларын алған. 5,5 меңдән ашыу бала һауыҡтырыу лагерҙарында ял иткән.
920 кеше шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән тәьмин ителгән. Ер участкаларын бушлай биреү өсөн 322 кеше иҫәпкә ҡуйылған. Хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡыуға сертификаттарҙы махсус операцияла ҡатнашыусы 88 кеше алған.
Ярҙамдың мөһим өлөшө булып консультация һәм психологик ярҙам күрһәтеү тора. Мәҫәлән, «Ғаилә» үҙәктәрендә был хеҙмәттән 6,7 меңдән ашыу кеше файҙаланған, медицина ойошмаларында 3 205 кеше ҡабул ителгән.