Амангилде ауыл биләмәһе 2014 йылдан алып йыл һайын тиерлек урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып килә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа урындағы халыҡ, ойошмалар, эшҡыуарҙар ихлас ҡатнашалар, кәрәкле күләмдә аҡса йыйып төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу отошло. Йыйылыштарҙа ауылдарҙың көнүҙәк мәсьәләләрен асыҡлайҙар, иң кәрәклеһен һайлап алып, уны тормошҡа ашырыу өсөн бөтә ауыл менән республика бюджетынан аҡса алыуға өлгәшәләр.
Ошоға тиклем Ҡаҙмаш, Рысҡужа, Амангилде ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыуға, Әбделғәзе ауылында клубты ремонтлауға, Үтәгән башланғыс мәктәбендә заманса ишек, тәҙрәләр ҡуйыуға өлгәшкәндәр. Ҡаҙмаш, Рысҡужа, Амангилде ауылдарының зыяраттарын тәртипкә килтереп, ҡоймаларын яңыртып, баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарының, ата-бабаларының һуңғы төйәгенә заманса төҫ биргәндәр.
Быйыл ППМИ-ла ҡатнашырға Үтәгән ауылы халҡы теләк белдерҙе. Тәүге йыйылыштарҙа халыҡ анкеталар тултырҙы, һөҙөмтәлә күпселек тауыш менән Үтәгән ауылының урамдарын яҡтыртыу системаларын яңыртырға килештеләр, инициатива төркөмө төҙөлдө.
Ошондай мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашырға йөрьәт иткән үтәгәндәргә уңыштар теләйбеҙ. Конкурстарҙа еңеп, киҫкен торған мәсьәләләрҙе халыҡ мәнфәғәтенә хәл итергә яҙһын.
Г. БАЯЗИТОВА.