Йәмғиәт
18 Февраль 2025, 06:28

Геологоразведкала Еңеү паркы буласаҡ

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы республикала 10 йыл дауамында уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Район биләмәләре лә был проектта әүҙем ҡатнашып, күп кенә төҙөкләндереү эштәре башҡарҙы.

Ташбулат ауыл биләмәһендә лә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында быйылғы йылда ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһен хәл итеү буйынса йыйылыш уҙҙы. 2025 йылда ППМИ-ла Геологоразведка ауылы халҡы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Динис Таһиров халыҡ менән һөйләшеүҙә был программаның асылы менән таныштырҙы, уның ярҙамында уҙған йылдарҙа Ташбулат биләмәһендә башҡарылған эштәр тураһында әйтеп үтте.
 — Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу — ауылдарҙы төҙөкләндереү, уларҙы матур һәм йәшәү өсөн уңайлы итеү өсөн шәп мөмкинлек булып тора. Бары тик бергәләп, уртаҡ тырышлыҡ менән генә беҙ программа конкурсында еңеп сыға аласаҡбыҙ, — тине Динис Дамир улы. 
Халыҡ берҙәм тауыш менән ППМИ-2025 проектында Геологоразведка ауылында паркты төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе. Еңеүҙең 80 йыллығында уға Еңеү паркы исеме бирелеүе лә бик мәғәнәле булды. 
Төҙөкләндереү эштәренә яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ике миллион һумға яҡын аҡса талап ителә. Был сумманың күпселеге республика бюджетынан бүленәсәк, шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм бағымсылар аҡса менән ярҙам итәсәк. 
Йыйылышта ҡатнашыусылар үҙ өлөштәрен индереүгә һәр йорттан 2 мең һум йыйырға килеште. Изге һәм кәрәкле эшкә тотонған Геологоразведка ауылы халҡына уңыштар һәм конкурста еңеү теләйек!

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас