"Традиция буйынса был майҙансыҡта, фәнни эҙләнеүҙәрҙең алдынғы проекттары күрһәтелә, идеялар тикшерелә. Әммә тиҙҙән яңы технологиялар, донъяны үҙгәртәсәктәр, тине Путин киләсәк технологиялар Форумының пленар сессияһы барышында.
Киләсәк технологиялар форумы Мәскәүҙә 2023 йылдан алып В. Путин ҡатнашлығында үткәрелә. Форумда киләсәктә иҡтисад тармаҡтарын үҫтереү йүнәлешен билдәләүсе технологиялар һәм инновацион фәнни эштәр тәҡдим ителә. 2023 йылда Форум квант технологияларына, 2024 йылда киләсәк медицинаһына арналды. Быйылғы форум яңы материалдарға һәм химияға арналған.