Йәмғиәт
26 Февраль 2025, 07:20

Әсәлек капиталына яраҡһыҙ торлаҡ һатып алыу тыйыла

2024 йылда  Социаль фонд әсәлек капиталын файҙаланыуға 1,6 миллион ғариза эшкәрткән.  #ВладимирПутин

Ғаиләләргә бөтәһе 434 миллиард һум күсерелгән. Иң күбе ипотеканы ҡаплау өсөн әсәлек капиталы тотонолған. Әйтәйек, айлыҡ түләүҙәр өсөн 600 мең ғариза бирелгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға — 558 мең ғариза булған. Ипотека кредиттарын ҡаплауға — 268 миллиард һум, ә торлаҡ һатып алыуға, ремонтлауға һәм төҙөүгә 77 миллиард һум бүленгән.

   Үткән йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ һатып алыу өсөн әсәлек капиталын ҡулланыуҙы тыйыу тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны. Ул 2025 йылдың башынан көсөнә инде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас