1 марттан торлаҡ йорттарҙағы учреждениелар спиртлы эсемлектәрҙе 23:00 сәғәттән 08:00 сәғәткә тиклем һата алмаясаҡ.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, «наливайки»лар көндөҙ магазиндар кеүек эшләйҙәр, ә төндә алкоголь менән сауҙа итә башлайҙар, тип зарланалар. Тауыш һәм ыҙғыштар йорттарҙа йәшәүселәргә тыныс йәшәргә ҡамасаулай, ти улар. Башҡортостан ҡоролтайы спикеры Константин Толкачев фекеренсә, яңы закон тәүлек әйләнәһенә алкоголь менән сауҙа итеүгә нөктә ҡуйырға тейеш. Ул магазиндарға элек тә спиртлы эсемлектәрҙе 23:00 сәғәттән һуң һатырға ярамай, әммә «наливайки»лар был сикләүҙе урап үтә, сөнки улар дөйөм туҡланыуға ҡарай. 1 марттан торлаҡ йортта йәки уның эргәһендә урынлашҡан дөйөм туҡланыу нөктәләре төндә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итә алмаясаҡ, — тип аңлата К.Толкачев.
Федераль депутаттар фекеренсә, сикләүҙәр шау-шыулы компаниялар менән генә түгел, контрафакт менән дә көрәшергә ярҙам итәсәк. Хәҙер Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәр һатып алыу өсөн йәште арттырыу мөмкинлеге тикшерелә.