Йәмғиәт
28 Февраль 2025, 03:45

Рәсәй яҙыусылар Союзында яңы етәксе

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ярҙамсыһы Владимир Мединский Рәсәй яҙыусылар Союзы рәйесе итеп һайланды. #ВладимирПутин

Билдәле дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Мединский кандидатураһын ойошманың сираттан тыш съезында делегаттар хуплай. Хәбәр ителеүенсә, вазифаға башҡа кандидаттар күрһәтелмәгән. Мединский кандидатураһын Союз идараһы рәйесе Николай Иванов тәҡдим итеүе билдәле, ул үҙ теләге менән вәкәләттәренән баш тарта. Яҙыусылар Союзының яңы башлығы өсөн тауыш биреү алдынан ойошма Уставының яңы редакцияһы ҡабул ителә, уға ярашлы етәксе вазифа хәҙер «рәйес — беренсе секретарь» исемен ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас