Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылда 100 саҡрым юлды һәм 30 күсереү стрелкаларын тәртипкә килтереү планлаштырыла. Иң ҙур эштәр Приуралье – Равтау, Аксаков – Глухов, Глухов – Аксенов, Оло Теләк - Аша, Салауат – Ергән, Өфө – Черниковка, Шишмә – Алкино участкаларында үтәсәк. Башлыса эштәр поездар хәрәкәтенә тотҡарлыҡ яһамаясаҡ, кәрәкле участкала эшселәр һәм техника тупланасаҡ, ә поездар күрше юл буйлап реверсив режимда ебәреләсәк. Әлеге мәлдә Аксаков – Глуховский арауығында юл түшәү эштәре башланған да инде. Әйткәндәй, уҙған йылда Башҡортостанда 160 саҡрым тимер юлы яңыртылған.