Бының өсөн көс хеҙмәткәрҙәре яңы вәкәләттәр аласаҡ, ә Рәсәй тәфтиш комитетында айырым структура булдырыласаҡ. Бындай енәйәтселәрҙән зыян граждандар өсөн, тимәк, дәүләттәр өсөн дә, сиктән артты, тип белдергән Рәсәй Президенты Владимир Путина Хөкүмәт мутлашыуға ҡаршы көрәш буйынса кәңәшмәлә.
Үҙәк Банк башлығы Эльвира Нәбиуллина һөйләүенсә, дәүләткә «ойошҡан енәйәт төркөмдәре ҡаршы тора». Улар банк карталарын һәм аккаунттарын алып аҡсаларын алырға ярҙам иткән “дроптар” — аралашсыларҙы ҡуллана. Хәҙер бындай аралашсыларҙы асыҡлап, уларға финанс ресурстарына инеүҙе тыя башлағандар. Дроптар араһында йәштәр күп. Айырым аралашсылар йөҙҙәрсә һәм хатта меңдәрсә банк картаһы эшләй.
Нәбиуллина бер нисә тәҡдим еткергән. Беренсенән - кеше үҙе кредит алыу һәм бөтә аҡсаны мутлашыусыларға күсереү схемаһын блокировкалау. Әлеге мәлдә, банк күсереүҙәре өсөн «һыуытыу осоро» тип аталған заем аҡсаһын күсереүҙә пауза индерелгән. Әйтәйек, 300 мең һумдан артҡан аҡсаны күсереү ике көнгә кисектерелә, шулай итеп кешегә уйлау ваҡыты бирелә. Уның мәғлүмәттәре буйынса, бөтә һөжүмдәрҙең 99,9 процентын банктар үҙҙәре кире ҡаға. Әммә бөтә мутлашыу осраҡтарының яртыһы һаман да енәйәтселәрҙең вирус ярҙамында телефонға, уның аша банк ҡушымталарына инеү мөмкинлегенә бәйле. Нәбиуллина банктар үҙ ҡушымталарын емереүҙән һаҡларға бурыслы тип иҫәпләй. Әгәр ул быны эшләй алмаһа, урланған сумманы ҡапларға тейеш.
Бынан тыш, Э. Набиуллина банктарҙың топ-менеджерҙарына клиенттарҙың шәхси мәғлүмәттәрен ситкә ебәреүе өсөн шәхси яуаплылыҡ индерергә тәҡдим итә, сөнки был мәғлүмәтте һуңынан мутлашыусылар ҡуллана.
Ниһайәт, Эске эштәр министры Владимир Колокольцев, әгәр телефон ҙәм интернет-мутлашыуға ҡаршы закон ҡабул ителһә, «бөтә идеялар тормошҡа ашырыласаҡ», ул саҡта «был проблема, нигеҙҙә, хәл ителәсәк» тип һанай.
“Хәл бик киҫкен. Граждандарға, тимәк, дәүләткә зыян ҙур күләмгә еткән. Тиҙ эш итергә кәрәк,» — тигән бурыс ҡуйған Дәүләт башлығы.