Илмир күп балалы Фәниә һәм Дамир Таһировтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Әбделмәмбәт мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, Сибай ҡалаһындағы профессиональ лицейҙа уҡып, электромонтажсы һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын Магнитогорск ҡалаһында шофер булып башлай.
Илмир яҙмышын Исҡужа һылыуы Айгөл Мәхмүтова менән 2009 йылдың февраль айында туй гөрләтә. Йәш ғаиләнең тормоштарын йәмләп, улдары Илһам донъяға килә. Атай кеше ҡалаға йөрөп эшләй. 2015 йылда үҙ эшен булдырып, һыйыр малдарын үрсетеү йүнәлешендә фермерлыҡ эшен аса.
Бөгөнгө көндә лә ҡатыны менән бергәләп малсылыҡ тармағында уңышлы эш алып баралар. Ғаиләһен мул тормошта йәшәтәм, балаларымды уҡытып, кеше итәм, тип тырышып йәшәй Илмир Дамир улы.
Хәҙерге көндә ҡаласа шарттар булдырылған ике ҡатлы Таһировтар йортонда бер ул, ике ҡыҙ буй еткерә. Илһам менән Азалия Сибай полилингваль гимназия интернатында 5-се һәм 9-сы кластарҙа уҡып йөрөйҙәр. Кинйәләре Лилиә быйыл беренсегә барҙы.
Улдары Илһам һигеҙ йәшенән яҡын райондарҙа, Өфөлә үткәрелгән ат ярыштарында даими ҡатнаша һәм юғары уңыштарға өлгәшә. «Терра Башкирия» ат ярышында Илһам иң бәләкәй ҡатнашыусы була. Толпар ҡушаматлы аты менән тәүге ярышта — икенсе, финалда етенсе урынды яулай. Район, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып алған ҡиммәтле бүләктәре, приздары, дипломдары бихисап.
Ат ярыштарында йөрөгәндә бер ҡыҙыҡлы хәл дә була. Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында үткәрелгән ярышта Илһамдың аты ситтә генә башын эйеп тора. Аттарға, бына был ат беренсе урынды ала, бына быныһы, тип өлкән ағайҙар ставка бирәләр икән. Илһамдың атына әйләнеп тә ҡарамайҙар. Малай кемгә үпкәһен белдерһен инде, әлбиттә, атаһына. Бына ярыштар башлана. Илһамдың аты финишты беренсе булып уҙа. Әлбиттә, малайҙың шатлығының сиге булмай, артабан да ат бәйгеләрендә ҡатнашыу теләге арта.
Илһам гимназияның «Солтанат» бейеү ансамблендә бейей. Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән «На крыльях таланта» республика фестивалендә ҡатнашып, ансамбль беренсе урын яулаған. Был уңышта Илһамдың да өлөшө, һис шикһеҙ, бар.
Йыр-моң һөйгән Азалия йыр түңәрәгендә шөғөлләнә, матур йырлай.
Таһировтар ғаиләһе ауылда, ауыл биләмәһендә, мәсеттә үткәрелгән сараларға бағымсылыҡ итә, ҡыш көндәре ауыл урам-дарын ҡарҙан таҙартыу эштәрен башҡара, ауылдаштарына бесән әҙерләүҙә лә ярҙам ҡулы һуҙа.
Айгөл Әхәт ҡыҙы ғаилә усағын һаҡлап, тормош йөгөн тартыуҙа иренә ныҡлы терәк-таяныс. Балалары яҡшы уҡыуҙары, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары менән ата-әсәһен, олатай-өләсәһен ҡыуандырып торалар. Ялға ҡайтҡан ейән-ейәнсәре олатай-өләсәй тип, иң тәүҙә яҡындарының хәлен белеп сығалар.
Буталсыҡ, ауыр заманда йәшәйбеҙ. Күптәр, тормош һынауҙарына ҡаршы тора алмай, тайғаҡ юлға баҫа һәм юҡҡа сыға. Ә минең геройҙарым балаларына лайыҡлы тәрбиә, белем бирәбеҙ тип тырышып йәшәйҙәр, эшләйҙәр.
Артабан да ауылдаштарға өлгө, ғаиләһенә ышаныслы терәк, ата-әсәһенә хәстәрлекле ул булып, һаулыҡта, иман байлыҡтарында яңынан-яңы уңыштарға өлгәшергә яҙһын, Илмир Дамир улына.
Рәшиҙә ХӘЛИЛОВА,
хеҙмәт ветераны.