Йәмғиәт
18 Март 2025, 05:16

Берәҙәк эттәр буйынса мәсьәлә ҡараласаҡ

Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт думаһының ҡарауһыҙ хайуандар менән эш итеү мәсьәләһе буйынса һорауын ҡараясаҡ. #ВладимирПутин

Берәҙәк эттәр буйынса мәсьәлә ҡараласаҡБерәҙәк эттәр буйынса мәсьәлә ҡараласаҡ
Берәҙәк эттәр буйынса мәсьәлә ҡараласаҡ

"Дәүләт Думаһының хайуандар менән эш иткәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәүгә ҡағылышлы мөрәжәғәттәре хөкүмәттә ҡараласаҡ», — тиелә министрлыҡ сайтында. Бынан алда Президент Владимир Путин Рәсәй хөкүмәтенә ҡарауһыҙ хайуандар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса йөкләмә биргәйне.

        1 мартта Дәүләт Думаһына граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын берәҙәк эттәрҙән килгән хәүефтән һаҡлау тураһында закон проекты индерелә. Ғәмәлдәге положениеларҙы, атап әйткәндә, Рәсәй төбәктәренең закондар сығарыу органдары приюттарҙа хайуандарҙы тотоуҙың максималь ваҡытын үҙаллы билдәләй аласаҡ норма менән тулыландырырға тәҡдим ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас