Улар иҫәбендә - йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр, өс йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм опекала булғандар. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров һөйләүенсә, 2025 йылда "Һөт кухняһы" продукцияһын алыусылар исемлегенә махсус операция ветерандары индерелгән. Был өҫтәмә рәүештә мең ярым кешене файҙалы аҙыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Һөт кухняһы" Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2019 йылда булдырылды. Ойошманың үҫеше бер нисә йүнәлеш буйынса бара. Предприятие структураһында ете производство эшләй, продукцияны 132 нөктәлә, шул иҫәптән сауҙа павильондарында, дарыуханаларҙа, поликлиникаларҙа һәм мобиль таратыу пункттарында тараталар.
Бынан тыш, 2024 йылда документтар тапшырыу процесы күпкә ябайлаштырылды. Хәҙер ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» республика порталы һәм «Минең документтарым» күп функциялы үҙәктәре офистары аша онлайн рәсмиләштерергә мөмкин. Был ғаризалар биреү ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм уларҙы эшкәртеүҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирә. Былтыр һанлы сервистар аша 30 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.