Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
24 Март , 15:04

Ауылдың тотҡаһы

Мораҡай ауылындағы мәсетте имам Даян Фәтхуллин ауыл халҡының ярҙамы менән төҙөтә. Мәсеттән бер ҡасан да кеше өҙөлмәй: халыҡ намаҙға йөрөй, йәштәр никах уҡыта, дини ғилем алырға балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа ихлас йөрөй.

Даян Зәбир улы Өфөлә аграр университетында урман хужалығы инженеры һөнәренә эйә була, ул шулай уҡ Ислам университетында уҡып, юғары дини белем ала. Белем алыуға ынтылышы көслө булған ир-уҙаман Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университеттың тарих факультетының «дини ғилем» бүлеген дә ситтән тороп тамамлай. 
Һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, тырыш Даян Зәбир улына ауылдаштары оло ышаныс белдереп, уны бер нисә саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп һайлай. 
«Ауылым, халҡым тип янып йөрөгән Даян Зәбир улы ауылдағы күперҙе төҙөтөүгә күп көс һалды, уның ярҙамы менән ауыл урамдары яҡтыртылды, интернет менән файҙаланабыҙ. Ауылыбыҙға зәңгәр яғыулыҡ та килде», — тиҙәр мораҡайҙар.
Халыҡ мәнфәғәтендә арымай-талмай эшләгән депутат 2020 йылдан Байым ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй. 
Уҙамандың был тәңгәлдәге тырыш хеҙмәте лә баһаланмай ҡалмай әлбиттә, уҙған йылға йомғаҡ яһалған район сараһында Д. З. Фәтхуллин намыҫлы хеҙмәте, урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Даян Фәтхуллин ҡатыны Роза Ҡотлоғәлләм ҡыҙы менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, улар бер ейәнгә һәм бер ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй булып, ауылдаштарынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйҙәр.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: