Йәмғиәт
В ДТП с двумя грузовиками погиб водительПожар в АмангильдиноШкольник сорвал контрольную ложным сообщением о минированииНе садитесь за руль пьяными!В подтопленной деревне Азово продолжается откачка водыИнспекторы ДПС применили силу к агрессивной хозяйке «Мерседеса»Подробности о нападении медведей на людей в БашкирииНа жителя Башкирии напал медведьҒафури районында ташҡын арҡаһында өйҙәрҙе һүтә башлағандар"Киа Рио" столкнулась со встречным грузовикомЗа руль школьного автобуса допустили пьяного водителяИз-за паводка введен режим «Чрезвычайная ситуация»В ДТП с грузовиком погиб водитель молоковозаВ Аскарово сотрудники ДПС задержали пьяного водителяВ Уфимском районе ДТП с погибшимДобраться до ПермиГранта въехала в ЗИЛЖительница Башкирии жестоко убила мужа, сына и свою подругуПри тушении огня нашли тело мужчиныПод Уфой в квартире произошел мощный хлопок из-за самогонного аппарата
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
24 Март , 14:54

Миҙалға лайыҡ Ринат

Абҙаҡ ауылының янғын һүндереү бүлегендә янғын һүндереүсе-водитель булып эшләгән Ринат Дауытовтың батырлығы «Янғында ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.

Ҡурған өлкәһендә тыуып үҫкән Ринат Дауытов Мораҡай ауылында 2006 йылдан йәшәй.
— Өйләнгәс, ҡатыным Минзәлә лә, үҙем дә дин юлына баҫҡас, дин көслө булған Башҡортостанда төпләнергә ҡарар иттек. Республиканың төрлө район-ҡалаларын ҡараныҡ. Шулай ҙа Әбйәлилде һайланыҡ, сөнки Байымда, Яңы Балапанда апайҙарым йәшәй, — тине ул Мораҡай ауылына килеп төпләнеүе хаҡында.
Дауытовтар һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр. Өлкән улдары Вәлиулла Учалы ҡалаһында үҙ ғаиләһен ҡорған, ҡыҙҙары Юлиә лә Учалы районында тормошта, үҙе өс улға әсәй. Мәсетле районына килен булып төшкән Аишаның ғаиләһендә бер ул үҫә. Абдрахман Стәрлетамаҡта мәҙрәсәлә белем ала. Мөхәммәт, Латифа һәм Фатима мәктәптә уҡыйҙар. Иң бәләкәй Айгөлгә әле 4 йәш. 
Ҡатыны өй йылыһын һаҡлап, балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булһа, ғаилә башлығы Абҙаҡ янғын һүндереү часында ҡотҡарыусы-водитель вазифаһын башҡара. 
Сирек быуаттан ашыу дин юлында булған Ринат Дауытов ауылдағы мәсеткә әүҙем йөрөүселәрҙең береһе лә.
— Алтын ҡуллы Ринат Нуриман улы мәсет бинаһына йылытыу системаһын эшләне, өҫтәл-эскәмйәләрҙе, башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе лә эшләп ҡуя ул, — тип маҡтай уны мораҡайҙар. — Халыҡты өшкөрөп дауалауы менән дә тирә-яҡта киң танылыу яуланы. 
— Мәсеткә халыҡтың намаҙға күпләп йөрөүе ҡыуаныслы. Каникул мәлдәрендә Иҫке Абҙаҡ, Яңы Балапан ауылдарынан малайҙар һәм ҡыҙҙар бик теләп дини ғилем алалар, ғәрәп алфавитын өйрәнеп, ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәнәләр, — тип ҡыуанысын йәшермәй ул. — Дини байрамдарҙы бөтә ауыл халҡы менән бергәләп билдәләйбеҙ.
Уҙған йыл аҙағында Ринат Дауытов Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Янғында ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
— Намаҙ уҡып, һуңлатып ҡына мәсеттән ҡайтырға сыҡҡайныҡ, улым Фәнис ағайҙың өйө яныуын аңғарып ҡалды. Тиҙ генә янғын һағына шылтыратып, хәбәр итеп, өйгә табан йүгерҙек. Ҡапҡа бикле булып сыҡты, улым Абдрахман ҡойма аша һикереп төшөп, ҡапҡаны асты. Ул арала күршеһе Илнур Мәғәсүмов килеп етте. Йортҡа яҡын барырлыҡ түгел, төтөн ҡайнап тора, тәҙрәләрҙән ялҡын сыға. Ҡот осҡос инде, — тип һөйләй ул. — Ишекте асып, телефондың фонарен яҡтыртҡайным, ағайҙың аяғын күреп ҡалдым, соланда креслола ултырған булған. Шыуышып барып, аяғынан тартып алдым һәм Илнур менән икәүләп һөйрәтеп тышҡа сығарҙыҡ та, беренсе ярҙам күрһәтеп, иҫенә килтерҙек. Аҙаҡтан ағайҙың инсульт кисергәне билдәле булды.
Ул арала янғын һүндереү машинаһы килеп етә һәм өйҙөң тулыһынса янып бөтөүенә юл ҡуйылмай, һүндереп өлгөрәләр.
— Быны мин батырлыҡҡа тиңләмәйем. Утты күргән һәр кем, һис шикһеҙ, зыян күреүсегә ярҙамға ашығыр ине, — тигән фекерҙә ул. 

Р. ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: