Ошо ауылдың уңған егете Ғилметдин Ғәлләмов менән ғаилә ҡороп, күптәргә өлгө булып, оҙаҡ йылдар бергә матур ғүмер кисерәләр. Ғәлләмовтар 4 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн ҡыҙҙары күңелдәренә ятышлы һөнәр һайлап, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт юлы үтәләр: Люция Анапала йәшәй, Әлфиә вахта ысулы менән Краснодарҙа, Айзилә Өфөлә, Әлиә Абҙаҡ тау-саңғы үҙәгендә эшләй.
Ғаилә башлығы Ғилметдин Ғәйнетдин улы Шайморатов исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар дауамында ветеринар булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Хәлиҙә Әбүзәр ҡыҙы иһә Мораҡай фельдшер-акушерлыҡ пунктында пенсия йәше еткәнсе, санитарка булып эшләй.
Донъяһын да бына тигән итеп көтә, эшендә лә өлгөрә тырыш ҡатын. Йәйгеһен балалары менән бергәләп емеш-еләген тиреп, баҙарҙа һатып аҡса эшләй. Яҙҙан көҙгә тиклем Ғәлләмовтарҙың баҡсаһы күҙ яуын алырлыҡ төрлө-төрлө сәскәләргә күмелә, унда ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй. Хәлиҙә Әбүзәр ҡыҙы ауылдың «Йәйғор» ҡул эштәре түңәрәгенең алыштырғыһыҙ ағзаһы, уның эшләгән милли биҙәүестәре, ырғаҡ менән бәйләнгән әйберҙәре иҫ китмәле матур.
Ирле-ҡатынлы Ғәлләмовтар бөгөн дә ишле мал-тыуар аҫырап, ҡош-ҡорт үҫтереп, хәлдәренән килгәнсе балаларына ярҙам итеп, бынамын итеп донъя көтә.
Ошондай өлгөлө ғаиләләр ауылды ла йәмләй ҙә инде.
Р. ДАУЫТОВА.