Шулай ҙа Мораҡай уңғандары, клуб юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырмай: ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары аҙнаһына бер тапҡыр кемдең өйөндә аулаҡ, шунда йыйылып, ҡул эштәре менән булышалар, төрлө сараларға әҙерләнәләр. Күптән түгел махсус хәрби операция зонаһына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саҡырыуына яуап итеп, рюкзактар тегеп ебәргәндәр. «Бөрлөгән» фольклор ансамбленә берләшеп, байрам сараларында сығыш яһайҙар.
— Клуб мөдиребеҙ Ғәлиә Салауат ҡыҙы тырыш, дәртле, беҙгә йыр-бейеү өйрәтә, сығыштарыбыҙҙы халыҡ та яратып ҡабул итә. Тик клубтың юҡлығы, уның да күңелен төшөрә шул. 2023 йылдың дүртенсе кварталда сафҡа индерергә вәғәҙә ителгән мәҙәни усаҡтың файҙаланыуға тапшырылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, — ти Мораҡай ҡатын-ҡыҙҙары.
Р. ДАУЫТОВА.