Йәмғиәт
10 Апрель 2025, 05:18

Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһы паркы йылдам  яңыртыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ауыл хужалығы техникаһы  яңыртылаАуыл хужалығы техникаһы  яңыртыла
Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла

Мәҫәлән,  йылдың тәүге өс айында  республика аграрийҙары 2,2 миллиард һумға 321 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был 2024 йылға ҡарағанда 500 миллион һумға күберәк. Төбәктә ауыл хужалығы техникаһы паркы 76 тракторға, 50-нән ашыу тупраҡ эшкәртеү, сәсеү һәм урып-йыйыу машиналарына артҡан. Тимәк,  яҙғы баҫыу эштәрендә үткән йыл менән сағыштырғанда 250 берәмеккә күберәк сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү агрегаттары эшләйәсәк.

     Әлеге ваҡытта яҙғы баҫыу эштәре башланғанда инде.

 Республиканың 25 районында ужым культураларын туҡландырыу эштәре алып барыла, 57,5 мең гектар майҙанда эштәр башҡарылған. 19 районда хужалыҡтар һөрөнтө ерҙәрҙә дым менән ҡаплайҙар. Бында башҡарылған эштәр күләме 24 мең гектар самаһы тәшкил итә.

       Әйткәндәй, ауыл хужалығын яңы ватан техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты ярҙамында атҡарыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас