Йәмғиәт
10 Апрель 2025, 05:19

Бюджет хеҙмәткәрҙәренә түләүҙең яңы системаһы һынала

Рәсәй Хөкүмәте майҙа бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләүҙең яңы системаһын эшләп бөтөрәсәк, артабан уны пилот проекты итеп һынауҙар башлау өсөн айырым төбәктәргә тапшырасаҡ.  #ВладимирПутин

Бюджет хеҙмәткәрҙәренә түләүҙең яңы системаһы һыналаБюджет хеҙмәткәрҙәренә түләүҙең яңы системаһы һынала
Бюджет хеҙмәткәрҙәренә түләүҙең яңы системаһы һынала

Һыныуҙарҙа  Удмуртия, Владимир һәм Сахалин өлкәләре уҡытыусылары, Якутия, Ҡурған һәм Липецк өлкәләре табиптары ҡатнашасаҡ.

      Реформа тураһында һүҙ дүрт йыл элек  ҡуҙғатылғайны. 2021 йылда Хеҙмәт һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары табиптарҙың эш хаҡы реформаһы проектын әҙерләй, тик сығымдарҙың артыуы сәбәпле РФ финанс министрлығы уны туҡтата. Былтыр иһә ил президенты Владимир Путин бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы системаһын ҡайтанан ҡарарға һәм 2027 йылға яңы ҡағиҙәләргә күсергә ҡушҡайны. Бынан тыш ул табиптарҙың эш хаҡында оклад 50 проценттан кәм булмауын талап итте, был уларҙың эш хаҡын тотороҡлораҡ итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас