

Район хакимиәтенең ултырыштар залында төрлө кимәлдәге һәм төрлө дәүерҙәрҙә эшләүсе депутаттарҙың «түңәрәк өҫтәл»е уҙҙы. Сараны ойоштороусы район Советы секретары Булат Исламбаев «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар менән таныштырғас, Башҡортостан Республикаһында парламенттың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында бәйән итте.
Тарихтан белеүебеҙсә, әлеге республикалағы үҙаллылыҡты яулау өсөн 90-сы йылдар баштарында йәмәғәт тормошонда күп партиялы система, һүҙ көсө, матбуғаттағы мәҡәләләр ҙур роль уйнай башлай. Халыҡ араһында барған төрлө имеш-мимештәр, сыуалыштар булғанға күрә зыялы шәхестәргә үҙаллылыҡты яулау өсөн күп көрәшергә тура килә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай яңы Конституция нормаларына ярашлы ойошторолған парламент органы булды. Ул Башҡортостан Республикаһының даими эшләгән юғары вәкәләтле һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы булып тора. Парламенттың үҙенең традициялары барлыҡҡа килә, дәүләт власының башҡа органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен билдәләй. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының сәйәси-власть системаһының мөһим өлөшө булып тора.
Булат Юныс улы үҙенең сығышында район мәнфәғәте өсөн көсөн һәм энергияһын йәлләмәгән халыҡ депутаттары хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте. «Түңәрәк өҫтәл»гә райондың, республи-каның ижтимағи-сәйәси тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған һәм әле лә янып хеҙмәт итеүсе М. Бикмәтов, Д. Әхмәтйәнов, А. Әхтәмов, М. Рәжәпов, З. Сәғәҙиева, С. Зәйтүнова, Ү. Ниғмәтуллина, Р. Кәримова һәм Й. Зәйтүнов саҡырылған ине. Оло быуын кешеләре эшләү дәүерҙәрендә осраған ҡыйынлыҡтар, халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән мәлдәге иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Заманы ниндәй — илдәге мәсьәләләр ҙә шундай. Бөгөн иңдәрендә ҙур бурыс йөкмәп барған Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Рәмзиә Рафаил ҡыҙы менән Йәлил Нәсип улы махсус хәрби операция ваҡытында нисек эшләүҙәре һәм күп иғтибарҙы һалдат ғаиләләренә йүнәлтеүҙәре тураһында бәйән итте.
Быуындар бәйләнешен нығытҡан, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелде.
Ҡатын-ҡыҙ һәм сәйәсәт
Электән килгән «сәйәсәт — ул ирҙәр эше» тигән ҡараш йәмғиәттә һаман да йәшәй әле. Уға өҫтәп, «сәйәсәттә һалҡын аҡыл кәрәк, ҡатын-ҡыҙ хис-тойғоға бирелеүсән, уға ышанып булмай» тип тә ебәрәләр. Ундайҙар ҡайһы бер мәсьәләләр тап ана шул күңел аша үткәреүгә мохтаж икәнен онотоп ебәрә. Ә бит күп осраҡта тормоштоң төрлө тармаҡтарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-ҙәргә ҡарағанда ла әүҙемерәк булыуын, айырыуса ҙур түҙемлелек талап иткән социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эҙмә-эҙлекле рәүештә эш итеүен бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ.
— Тарихтың төрлө осоронда ла үҙҙәренең иңендә ил ғәмен, йәмғиәт хәстәрен йөкмәп барған районыбыҙҙан сыҡҡан көслө ҡатын-ҡыҙҙар булған һәм бар. Мәҫәлән, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәхирә Ғүмәрова, Земфира Сәғәҙиева, Маһинур Хәсәнова, Сәлимә Зәйтүнова, Мәүҙиға Ғәбитова, Фирҙәүес Хисаметдинова, Үлмәҫбикә Ниғмәтуллина, Рәмзиә Кәримова. Яңы Рәсәй, яңы Башҡортостан шарттарында, демократик дәүләт төҙөүгә йүнәлеш алынғас, сәйәсәткә ысынлап та сәйәсәт менән шөғөлләнә алырлыҡ, үҙ һүҙе, үҙ эше булған, көслө, рухлы ҡатын-ҡыҙҙар килә. Бөгөнгө көндә беҙҙең республиканан Башҡортостан кимәлендә генә түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙар булыуы ихлас һоҡланыу тойғоһо уята. Телгә алып үткәндәрем араһынан Земфира Сәғәҙиева, Үлмәҫбикә Ниғмәтуллина, Сәлимә Зәйтүнова бөгөн беҙҙең арала, — тип бәйән итте улар тураһында Булат Юныс улы.
Бөтә ғүмерен Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән бәйләгән Үлмәҫбикә Ниғмәтул-лина сығышы менән Хәмит ауылынан. Яҙмыш уны алыҫ Стәрлетамаҡ ҡалаһына илтә: шунда белем ала, хеҙмәт юлы ла тап шунда башлана. 1968 - 2008 йылдарҙа «Сода» ойошмаһында электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй. 1974 йылда Стәрлетамаҡтан СССР Юғары Советының 9-сы саҡырылыш Советына депутат итеп һайлана. Уның хеҙмәте төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары, Почет Билдәһе ордены (1973) менән билдәләнгән. Хеҙмәт ветераны.
Аһылай ауылында тыуып үҫкән Сәлимә Зәйтүнова ғүмере буйы урындағы фермала һауынсы булып хеҙмәт итә. 1984 - 1989 йылдарҙа СССР Юғары Советының 11-се саҡырылыш депутаты. Намыҫлы хеҙмәте, халыҡ араһында эшләгән изге эштәре өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, икенсе һәм өсөнсө дәрәжәле Хеҙмәт Даны ордендары менән наградланған.
Иҫке Балапан ауылы ҡыҙы Земфира Сәғәҙиева малсылыҡта эшләгән. 1966 - 2003 йылдарҙа Шайморатов колхозында хеҙмәт иткән. Ул БАССР-ҙың 8-9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты була. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, өсөнсө һәм икенсе дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары, икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы һәм башҡа бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына эйә.
Беҙ көн дә зәңгәр экрандарҙа күргән Рәмзиә Кәримова иһә 2023 йылдан Бөрйән һәм Белорет райондары буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 7-се саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
— Мин әле яңы ғына эш башлағанға күрә, ишектәрҙең ҡайһы яҡҡа асылыуын һәм унда кемдәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин икәнлеген саҡ төшөнә башланым. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай корпусында 110 депутат эшләй, шуларҙың 30-ы даими нигеҙҙә, йәғни түләүле, ә ҡалғандары иһә йәмәғәт башланғысында бушлай хеҙмәт итә. Башҡортостан депутаттары ил кимәлендә закондар сығарыу буйынса гел беренсе урындарҙы биләп килә, ошо 30 йыл эсендә беҙҙең тарафтан 4 меңдән ашыу закон ҡабул ителгән. Тимәк, депутаттар йылына 130 самаһы закон ҡабул итә тигән һүҙ, — тип һөйләне Рәмзиә Рафаил ҡыҙы. — Һәр заман депутаттарға үҙенең бурыстарын ҡуя. МХО беҙҙең өсөн төп йүнәлеш, сөнки халыҡ менән осрашҡанда ла, шәхси ҡабул итеүҙәр булғанда ла күптәр МХО-ға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Мин үҙем дә ноябрь айында хәрби госпиталгә ирекмән булараҡ барып йөрөп ҡайттым. Апрель айында иһә үҙемдең төркөмөмдө булдырып, төркөм кураторы булараҡ тағы ла хәрби госпиталгә барып ҡайтырға ниәт итәм. Был иһә минең депутатлығымдың бер өлөшөлөр тип һанайым.
Илһөйәрлек — иң мөһиме
Депутат булыу өсөн, үҙ эшеңде биш бармағың кеүек белеүҙән тыш, ҡайнар йөрәк һәм илһөйәрлек тойғоһо ла кәрәк. Халҡың яҙмышы өсөн ысын күңелдән янып-көймәһәң, уның мәнфәғәте өсөн көрәшеү күп осраҡта һүҙҙә генә ҡала.
— Депутаттың эше халыҡ менән тығыҙ эшләүҙе талап итә. Шуға күрә профессиональ әҙерлек ныҡ булырға тейеш, закондарҙы яҡшы белеү бик мөһим — һәр һорауға төплө яуап бирерлек булһын, — тине Динир Әсғәт улы үҙенең сығышында.
Д. Әхмәтйәнов Ҡырҙас ауылынан. Хеҙмәт юлын ауылда башлаған Динир Әсғәт улы республика кимәлендә абруйлы сәйәсмәнгә әйләнә. 1995 - 2008 йылдарҙа өс саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутаты була.
«Башҡортостанда башҡорт, рус һәм татар милләттәре бер дәүләт булып йәшәй аламы әллә юҡмы?» тигән һорау торғанда райондан баш ҡалаға делегация ҡуҙғалды. Шунда Азат Зиннәт улы доклад менән сығыш яһаны. Докладында ул ғаиләһенең төрлө милләт кешеләренән тороуын, шул уҡ ваҡытта бер ғаилә булып йәшәй алыуҙары тураһында бәйән итте. Республика кимәлендә шундай киҫкен һорау күтәрелгәндә уның ошо һүҙҙәре республиканың күп милләтле булып йәшәй алыуында мөһим роль уйнағандыр тип уйлайым», — тип һөйләне Булат Исламбаев Азат Әхтәмов тураһында.
Азат Әхтәмов районда урман һәм төҙөлөш өлкәһендә танылған кешеләрҙең береһе. Ул Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2-се саҡырылыш депутаты булған Мирхәт Рәжәпов Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Күптәр уны ДРСУ начальнигы, район Советы рәйесе булараҡ белә. Мирхәт Зиннәт улы үҙенең сығышында депутат булараҡ күп эшен юл төҙөлөшөнә арнауы тураһында һөйләп үтте.
— Йәштәр йыш ҡына «Нисек депутат булырға?» тигән һорау бирә. Яуап бер — депутат булыу үҙмаҡсат түгел, бары тик эшегеҙҙе еренә еткереп башҡарығыҙ, уның бар нескәлектәренә төшөнөгөҙ, ә тормош үҙе кәрәкле һуҡмаҡҡа сығарасаҡ. Һәм тағы ла шуны әйткем килә, депутат булып китер өсөн иң тәүҙә түбәндән башларға кәрәк. Ауыл Советы депутаты булып башлап район Советы, артабан иһә өҫкәрәк үрләү мөһим. Тыуған яғыңдың халҡына, ауылдың һәр кешеһенә иғтибарлы булыу, улар менән һөйләшә белеү ҙә, һәр бер мәсьәләгә етди ҡарашта булыуҙы ла талап итә был эш. Шунда ғына һеҙ депутатлыҡтың бөтә нескә-лектәренә һәм ул эштең айышына төшөнә башлайһығыҙ, — тип кәңәш бирҙе Йәлил Нәсип улы.
Й. Зәйтүнов һөнәре буйынса юрист. Таможня өлкәһендә хеҙмәт иткәндән һуң, 2011 - 2020 йылдарҙа Байым ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй. Байым ауылында өс саҡырылыш ауыл Советы депутаты, 2020 йылда район Советына депутат итеп һайлана. 2023 йылда Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары буйынса КПРФ партияһынан БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутат булып эш башлай.
Әҙәм балаһы артыла алмаған үр юҡ, шул иҫәптән сәйәсәттә лә. Республикала барған ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар, сыуалыштар, ҡораллы низағтар, ғаилә институтын нығытыу, йәштәрҙә илһө-йәрлек һәм телһөйәрлек тәрбиәләү кеүек бик күп һорауҙар депутаттарҙың белеме, тырышлығы, ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарыла һәм тормошҡа ашырыла.
Ил кимәлендә һүҙ әйтә алырлыҡ, туған халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн йән аямай эшләрлек яҡташ сәйәсмәндәр булыуы — беҙҙең өсөн ҡыуаныс та, ғорурлыҡ та.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.