Йәмғиәт
17 Апрель 2025, 02:40

«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары үтә

«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы сиктәрендә  7,7 мең эре ағас һәм 67 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары үтә«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары үтә
«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары үтә

Белеүебеҙсә, "Йәшел Башҡортостан" акцияһы йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үтә. 2025 йылда уның беренсе этабы 19 апрелдән 10 майға тиклем билдәләнгән. Берҙәм акция көнө 26 апрелдә үтәсәк. Сараларҙа 45 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 5 мең ирекмән һәм 1,2 мең берәмек техниканы йәлеп итеп 3,5 мең махсуслаштырылған ойошма ҡатнашырға ниәтләй.

Акция сиктәрендә республика муниципалитеттарында 135 яңы тематик аллея булдырыласаҡ. Атап әйткәндә, Салауатта – Еңеү Аллеяһы, Нефтекамала – киләсәк Аллеяһы, Илеш районында – Дан һәм Хәтер Аллеяһы. Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп 80-әр ҡайын һәм шыршы ултырталар. Өфөлә акция сиктәрендә 3 мең ҙур ағас һәм 1 700 ҡыуаҡ ултыртыу, шулай уҡ өс яңы тематик аллея булдырыу күҙаллана.

Бынантыш, 18 апрелдән 18 майға тиклем Башҡортостан «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушыла.Быйылғысара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала. РеспубликаныңурманхужалығыминистрыМаратШәрәфетдиновхәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә 2 миллион самаһы ағас ултыртыу планлаштырыла, уның өсөн 85 участка әҙерләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас