

Шулай уҡ локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға арналған монументҡа, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ.
Еңеү көнөндә шулай уҡ Асҡарҙа “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк, унда ҡатнашырға теләүселәр атай-олатайҙарының портреттарын алып, 9 сәғәткә тиклем район китапханаһы янында йыйыла һәм Шайморатов урамы буйлап атлап, Коммунистик, Комсомол, Ленин урамдары аша үҙәк майҙанға тиклем үтә.
Артабан төп майҙанда Еңеү парады уҙасаҡ, унан һуң байрам концерты башлана.
Балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләйәсәк.
Спортсылар үҙҙәрен 21.1 һәм 10 саҡрымлыҡ ярыммарафонда һынай ала. Старт Таштимер һәм Ҡужан ауылдарынан эргәһенән биреләсәк.
Шулай уҡ Үҙәк майҙанда йәрминкә ойошторола.Фермерҙан,эшҡыуарҙар үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.