Йәмғиәт
8 Май 2025, 05:05

Кремлдә «ике яҡлы осрашыуҙар марафоны" башланды

Кисәге көндән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бай дипломатик программаһы башланды. #ВладимирПутин

Кремлдә «ике яҡлы осрашыуҙар марафоны" башландыКремлдә «ике яҡлы осрашыуҙар марафоны" башланды
Кремлдә «ике яҡлы осрашыуҙар марафоны" башланды

Көн дауамында Дәүләт башлығы Мәскәүгә килгән сит ил лидерҙары менән осрашты. Иң беренсе Венесуэла президенты Николас Мадура менән осрашып рәсәй-венесуэла һөйләшеүҙәре үтте. Һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса делегация башлыҡтары стратегик партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған.

      Шулай уҡ Путин Куба президенты Бермудес, Монголия президенты Хурэлсухом һәм Конго Республикаһы президенты Сассу-Нгессо менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәргән. Улар барыһы ла Мәскәүгә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә саҡырылған.

Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә,  Рәсәй президентын алдағы дүрт көндә «ике яҡлы рәсми осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр марафоны» көтә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас