Йәмғиәт
15 Май 2025, 02:40

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы

Быйыл республиканың ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл» конкурсы алтынсы тапҡыр уҙғарылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы"Айыҡ ауыл" республика конкурсы
"Айыҡ ауыл" республика конкурсы

Уның төп маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, изге һәм файҙалы эштәргә дәртләндереү. 2019 йылдан алып унда бөтәһе 3 меңдән ашыу ауыл, 120 меңгә яҡын кеше һәм 5 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. 51 ауыл «Айыҡ ауыл» исемен йөрөтә.

     2024йылда стратегик инициативалар агентлығы был конкурсты «Халыҡтың йәшәү сифаты» йүнәлеше буйынса «Яңы заман өсөн көслө идеялар» федераль форумының ТОП-1000 идеяһы исемлегенә индергән.2024 йылда конкурстың муниципаль этабына 53 муниципалитеттан 1 029 тораҡ пункт ғариза биргән.Улар жюриғаауылдыүҫтереүбуйынса үҙ проекттарынтәҡдим иткән. Һөҙөмтәләуҙған йылдың декабренән 2025 йылдың мартына тиклем уҙған конкурстың республика этабына 53 финалист сыҡҡан.Улардүрт номинация буйынса бүленә.

      Бүләкләүтантанаһы бөгөн «Башҡортостан»дәүләт концерт залында уҙа. Беҙҙең районда Ҡаҙмаш ауылы ҡатнаша. «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды – 48,4 миллион һум тәшкил итә.Бүләктәркатегорияға һәм биләгән урынға ҡарап 1,5-6 миллион һум тәшкил итәсәк.Һәр ҡатнашыусы тораҡ пункт  -200-шәр мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнәсәк.Аҡсаныауыл инфраструктураһын төҙөкләндереүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас